Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Апрель 2018, 02:00

Әхмәрҙәр Үрге Әрметтә концерт күрһәтте

Әхмәр ауылының үҙешмәкәр артистары Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда "Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп күңел асайыҡ әле!" тип аталған бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны. Концерт тамашасыларға шул тиклем оҡшаны, һәр сығышты улар көслө алҡыштар менән оҙатты.

Художество етәксеһе Илнур Садиҡов концертты матур итеп алып барҙы. Оло йәштәге апай-ағайҙарҙың йәштәрҙе көнләштерерлек итеп сәхнәлә йырлауҙары, бейеүҙәре, инсценировкаларҙа уйнауҙары йәнле килеп сыҡты. Бигерәк тә Хәсәнов Ишмөхәмәт менән Ишбулдин Мөхәмәт ағайҙар, Баһауетдинова Фаягөл апай ҡойоп ҡуйған "әртистәр" инде!
Раушания Хәкимғужинаның бөрйән ҡыҙҙары бейеүен оҫта итеп бейеүе, Рүзил Минеғол улының театр артистарынан ҡалышмай ролдәрен еренә еткереп уйнауы, мәҙәниәт йорто мөдире Раил Ғәйнуллиндың баянда уйнап-йырлауы тамашасының күңеленә хуш килде.
Егеттәре лә дәртле икән Әхмәрҙәрҙең! Юлай Әминев моңло тауышы менән күптәрҙе әсир итте. Ә бына Илмир Әхмәтов тигән йырсыны беҙ киләсәктә оло сәхнәләрҙән дә күрербеҙ әле.
Ауыл халҡы концерттан күңеле булып, күтәренке ҡәйеф менән таралышты.
Әхмәр ауылының үҙешмәкәр артистарына киләсәктә лә ошондай сығыштары
менән халыҡты дәртләндереп, һөйөндөрөп, үҙҙәренә лә дәрт-дарман алып
йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: