Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Апрель 2018, 02:00

Ҡар һыуына барыу йолаһы

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың ҡар һыуына барыу йолаһын былтыр уҡ тергеҙеп, быйыл икенсегә балаларҙы йыйып ҡар һыуына алып барҙылар.

Ҡар һыуына барыу йолаһы - башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған.
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйҙәре лә халҡыбыҙҙың был изге матур йолаһын былтыр уҡ тергеҙеп, быйыл икенсегә балаларҙы йыйып ҡар һыуына алып барҙылар. Малайҙар шифалы ҡар һыуын шешәләргә тултырып өйҙәренә алып ҡайттылар.
Ағинәйҙәребеҙ Фәниә Рәшитова менән Миләүшә Хәмиҙуллина ҡар һыуының кешеләр һаулығы өсөн дә, көнкүрештә ҡулланғанда ла файҙаһы бик ҙур булыуын балаларға аңлатып бирҙе. Һыуға бәйле мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, йомаҡтар ҡойҙолар.
Шулай итеп халҡыбыҙҙың ябай ғына тип ҡараған был йола байрамында тәрән мәғәнә ятыуын: кешеләргә һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш, ихтирам тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотто ағинәйҙәребеҙ.
Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Ҡар һыуының юғары биологик активлы һыу икәне билдәле.Томск ҡалаһы ғалимдары 1958-1961 йылдарҙа кешеләр, хайуандар, үҫемлектәр күҙәнәктәрендә уйландырырлыҡ тәжрибәләр үткәреп, был иҫбатлауҙы нығытты. Сысҡандар менән үткәрелгән тәжрибәлә, енси үрсемгә ныҡ тәьҫир итеүе билдәләнде. Ә ирегән ҡар һыуы эскән тауыҡтар, ябай һыу эскән тауыҡтарға ҡарағандә ике тапҡыр күберәк йомортҡа һалғандәр. Бойҙайҙың уңышы 56процентҡа, ҡыярҙыҡы 250 процентҡа күтәрелгән. Төрлө йәштәге биш ауырыуҙы дауалағанда ла ыңғай һөҙөмтәләр биргән. Ҡандағы холестерин кәмегән, матдәләр алмашыныуы көсәйгән.



Читайте нас: