Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Апрель 2018, 02:00

“Берғамыт”тар сығыш яһай

20 апрелдә ҡала мәҙәниәт һарайында “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты буласаҡ.

20 апрелдә ҡала мәҙәниәт һарайында “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты буласаҡ.


Артур Мөхәмәтйәнов етәкселек иткән коллектив сәнғәт донъяһында күптән инде үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын

иҫбатлаған. Был юлы ла улар төрлө милләт халыҡтарының бейеүҙәрен башҡарасаҡ, яңылары ла тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителәсәк. “Берғамыт” бейеүселәренән тыш концертта ҡала мәҙәниәт һарайының билдәле йырсылары, фольклор коллективтары ла сығыш яһаясаҡ. Бейеү байрамы киске сәғәт етелә башлана.


Читайте нас: