Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины, «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова (Рахманова) исеме республикабыҙҙа күптәргә таныш. Берәүҙәр уға сихри тауышлы, моңло йырсы тип һоҡлана, икенселәр уны бар ғүмерен, белемен балаларға биреүсе көслө педагог тип иҫәпләй, өсөнсөләр йәш быуынды тәрбиәләүгә, таланттарҙы үҫтереүгә күп көс һалыусы шәхес итеп, дүртенселәр оҫта музыкант тип таный, күптәр йөрәктәрҙе берсә елкендереп, берсә моңландырып яңғыраған йырҙар авторы тип белә. Туғандары, ауылдаштары, райондаштары, коллегалары донъяның ҡотон ишәйтеү, күңелдәрҙе рухи байлыҡ менән һуғарыу, тормошто матурлыҡҡа солғау өсөн тыуған зат тип ғорурлана.
Мәрйәм Солтанова 1938 йылдың 10 апрелендә Маҡар ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте яҡшы билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙ бер ҙә икеләнеп тормайынса Стәрлетамаҡ республика мәҙәниәт техникумында уҡырға инә. 1958 йылда Петровск ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып хеҙмәт юлын башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ойошторған хор коллективы танылыу яулай, Салауат ҡалаһында үткәрелгән республика конкурсында еңеүсе була. Егәрле, ныҡышмал ҡыҙҙы хор йәмғиәттәренең өлкә конференцияһына, 1959 йылда Мәскәүҙә уҙған Бөтә Рәсәй хор йәмғиәттәренең беренсе съезына иң йәш, өмөтлө дирижер булараҡ делегат итеп һайлайҙар. Ошо съезд һәм унда билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре Л. П. Атанова һәм М. П. Фоменко, композитор К. Й. Рәхимов менән танышыу тормошонда ҡырҡа боролош яһай. Мәскәүгә барғанда Мәрйәм күренекле музыка белгесе Людмила Атанова менән бер купела бара. Людмила Петровна йәш кенә ҡыҙҙың 50-60 кешенән торған хорға етәкселек итеүенә ғәжәпләнеүен йәшермәй.
– Һине тыңлайҙармы һуң? – тип ҡыҙыҡһына ул.
– Беҙҙә халыҡ йыр-моңдо бик ярата, шуға күрә хорҙа теләп шөғөлләнәләр. Яҡташтарын маҡтағанда Мәрйәм ғорурланыуын йәшермәй.
1963 йылда Өфө сәнғәт училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Мәрйәм Ғазизрахман ҡыҙы тормош иптәше Ирек Солтанов менән Дыуан районы үҙәге Мәсәғүткә эшкә юллана. Мәсәғүт педагогия училищеһенда музыка уҡытыусыһы булып эшләгән осорҙа йөҙләгән һәләтле ҡыҙ һәм егеттәргә музыкаль белем генә биреп ҡалмай, күптәренә тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә, күңел йылыһы, һүҙ һәм матди ярҙам менән таяныс була.
Һәр ваҡыт белемен камиллаштырыуға ынтылған Мәрйәм Ғазизрахман ҡыҙы 1972 йылда Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия академияһын тамамлай. СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон менән бер курста белем ала ул. Кобзон менән дуҫлыҡ әле лә дауам итә.
Тыуған яҡтарына күсеп ҡайтҡас, 1973-1998 йылдарҙа Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Ишембай балалар музыка мәктәбендә уҡыта. Уның етәкселегендә балалар хоры республика кимәлендә үткәрелгән конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, төрлө дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ була. Уның башланғысы менән «Дуҫлыҡ донъяла бөтәһен дә эшләй ала», «Беҙ яҙҙы көтәбеҙ» һәм башҡа әкиәттәр музыкаль пьеса итеп сәхнәләштерелә, телевидение аша күрһәтелә.
Мәрйәм Солтанова ҡалала үҙешмәкәр хор сәнғәтен үҫтереүгә лә күп көс һала - Ишембай ҡалаһы (1975-1998 йылдар) һәм Кинйәбулат ауылы (1981-1998 йылдар) мәҙәниәт йорттарында хор коллективтары менән етәкселек итә. Ул ойошторған коллективтар иң көслөләрҙән һанала, Өфө сәхнәләрен шаулата. Етәксенең ныҡышмалы хеҙмәтен ике хор коллективының да «Халыҡ коллективы» исемен яулауы һәм күп юғары дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ булыуы раҫлай. Мәрйәм Солтанова ике тиҫтә йыл Ишембай ҡалаһының хор йәмғиәте, артабан музыка йәмғиәте етәксеһе була.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы бер ваҡытта ла һәләтле баланы иғтибарһыҙ ҡалдырмай – етди шөғөлләнә, үҫтерә, артабанғы тормош юлына, һөнәр һайлауына йүнәлеш бирә. «Музыка бер кешене лә насарлыҡҡа әйҙәмәй. Бөтә балалар ҙа артист, музыкант булмаҫ. Әммә музыкаға һөйөү, матурлыҡты тойоу һәр баланың тормошон биҙәр, ысын дуҫ табырға ярҙам итер», - ти 60 йыллыҡ хеҙмәт стажының 55 йылын уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған остаз. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы тырышлығы менән 1992 йылда Кинйәбулат мәктәбе эргәһендә асылған музыка мәктәбе филиалында балалар музыка ҡоралдарында уйнау, дөрөҫ йырлау серҙәренә төшөнә.
Әммә тыуған ерен – Маҡарын күтәреү, үҫеп килгән йәш быуында музыкаға һөйөү тәрбиәләү, һәләтле ауыл балаларын күтәреү - Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының иң изге теләге һәм маҡсаты була.
- Үҙем сәхнәлә хорға дирижерлыҡ итәм, ә күңелем тотошлайы менән үҙебеҙҙең Маҡар ауылында, - тип хәтерләй Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы. – Мин бит ошо ауылдан сыҡтым. Ауылым, ауылдаштарым алдында мәңгелек бурысым бар. Хорҙы, йыр ансамблен үҙемдең Маҡарымда ойошторорға, республика сәхнәләрен яңғыратырға тейеш инем.
1998 йылда ҡалалағы заманса ҙур фатирын ҡалдырып, коллегаларын, үҙен белгән кешеләрҙе аптыратып, ауылдағы бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған, инде арыу ғына иҫкергән атай йортона ҡайтып төшә. Ошо осорҙа уны бер генә нәмә борсой: Маҡарҙа музыка мәктәбен асыу, балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, белемле, ауырлыҡтан ҡурҡмаған уҡытыусылар туплау, музыка ҡоралдарын табыу. Иҫке, һыуыҡ йорт та – шыҡһыҙ, мәктәптең уҡыу бүлмәләрендә лә һалҡын... Инде хаҡлы ялға сыҡҡан, юғары исемдәргә лайыҡ булған Мәрйәм Солтановаға был кәрәкме? Балаларҙың ышаныс-өмөт, һоҡланыу менән ҡараған күҙҙәрен күреү, ауылдаштарының «ҡайтып ҡайһылай йәтеш эшләнең, музыка мәктәбен асып шәп иттең», тиеүҙәре икеләнеүгә урын ҡалдырмай.
Үткерлеге, саялығы, халыҡ алдындағы абруйы, һүҙен эш менән дәлилләй белгән Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы һәр кәртәләрҙе емереп, бер-нисә ай эсендә Маҡар мәктәбе эргәһендә Ишембай сәнғәт мәктәбенең филиалын асыуға өлгәшә, уҡытыусыларҙың иң-иңдәрен һайлай, мөмкин булған тиклем музыка ҡоралдарын таба. Был эшендә уға ысын дуҫтары, фекерҙәштәре ярҙам ҡулын һуҙа. Эшҡыуар улын Радикты үҙенә ярҙамға ылыҡтыра. Ул музыка мәктәбенә мебель, музыка ҡоралдары, балаларға сәхнә кейемдәре, конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу өсөн автобус менән дә ярҙам итә. Ә иң оло шатлыҡ – улының мәктәпкә заманса ремонт эшләтеүендә. Әсә кеше өсөн ошо оло ғорурлыҡ түгелме һуң?!
20 йыл инде Маҡар музыка мәктәбе уңышлы эшләп килә. Уның етәксеһе Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы бай тәжрибәһен, күңел йылыһын, белемен балаларға бирә. Йыл да 70-ләп бала музыка буйынса өҫтәлмә белем ала, хор, гитара, фортепиано, баян, ҡурай кластарында шөғөлләнә. Замана ҡаршылыҡтарына ҡарамай, бер-нисә йыл элек балаларға ҡурайҙа уйнау, бейеү серҙәренә өйрәнеү мөмкинлеге асылыу ҙа тынғыһыҙ етәксенең ныҡышлығы һөҙөмтәһе.
Музыка мәктәбендә ойошторолған «Селтербей» балалар вокал ансамбле 2004 йылдан бирле «өлгөлө коллектив» исемен йөрөтә. 2007-2008 йылдарҙа «Яҙғы тамсылар» республика конкурсы лауреаттары, 2009 йылда «Сулпылар» телевизион конкурсы дипломанты, 2010 йылда «Еңеү салюты» фестивалендә - Гран-при, 2012 йылда «Талант ҡанаттарында» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивале лауреаттары, бихисап район, төбәк конкурстарының төрлө дәрәжәләге дипломдары – былар бөтәһе лә «Cелтербей» ансамбле уңыштарының бик әҙе генә.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы ойошторған Маҡар мәктәбенең хор коллективы - ауылыбыҙ ғорурлығы, райондағы мәҙәни саралары күрке. Өфөлә үткән Т.С. Сәйфуллин иҫтәлегенә бағышланған Бөтә Рәсәй хор музыкаһы фестиваленә республиканың район мәктәптәренән берҙән-бер шәхсән саҡырылыуы - коллективтың танылыу яулағанын күрһәтә. Н.А.Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһы профессоры С.Н.Легков һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Магнитогорск университеты ғалимы Н.П.Иванова мәктәп хоры, уның етәксеһенең эшмәкәрлегенә юғары баһа биреп, Мәрйәм Солтанованың музыкант, композитор, дирижер булараҡ оҫталығын танынылар, һоҡланыуҙарын йәшермәнеләр.
Уҡытыусылар коллективынан торған «Аҡ юл» хор коллективының репертуарында бары тик яҡташ шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғырай. Коллектив район-республика кимәлендәге конкурс-фестивалдарҙә уңышлы сығыш яһай.
Бөгөн Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының тырышлығын, ныҡышмалылығын уның уҡыусылары билдәләй.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 29-сы һанында (10.04.2018) уҡығыҙ.