Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Апрель 2018, 02:00

Халыҡ театры исемен раҫланылар

6 апрелдә Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайында башҡорт халыҡ театрҙарының “Алтын тирмә” республика фестивале үтте.

6 апрелдә Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайында башҡорт халыҡ театрҙарының “Алтын тирмә” республика фестивале үтте. Театрҙар өсөн ижади үҫеш һынауы булған мәртәбәле сарала Сәрүәр Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры коллективы комиссия ағзалары һәм тамашасылар хөкүменә Әнғәм Атнабаевтың “Законлы никах менән!” комедияһын сығарҙы.


Үҙешмәкәр артистарыбыҙҙың сәхнә оҫталығын комиссия составында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура кафедраһы профессоры Азат Нәҙерғолов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр жанры буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина баһаланы.


Абруйлы театр белгестәре был юлы ла режиссер Денис Ханов эшмәкәрлегенә юғары баһа ҡуйҙы – халыҡ исемен раҫланы театрыбыҙ!


Читайте нас: