Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель 2018, 02:00

Халыҡты көлдөрҙөләр

Ошо көндәрҙә Көҙән ауылы халҡы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Сауҡалыҡ» халыҡ театрының яңы тамашаһын күрергә йыйылды.

Ошо көндәрҙә Көҙән ауылы халҡы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Сауҡалыҡ» халыҡ театрының яңы тамашаһын күрергә йыйылды.
Был юлы һәүәҫкәр артистар тамашасыларға Х. Шаһбаловтың «Ҡәйнә» комедияһын сәхнәләштерҙе. Пьеса ололар һәм йәштәр араһында йәшәп килгән мәңгелек бәхәсте көлкөлө итеп сисеү юлдарын күрһәтте. Театр түңәрәгенә йөрөгән ауыл халҡы, ысынлап та, дәртле, мәҙәниәтле кешеләр. Спектаклдең режиссеры һәм төп ролде башҡарыусы Айгөл Хәйретдинованы оҫта йырсы, талантлы ойоштороусы тип беләбеҙ. Ул ҡәйнә ролен көлкөлө лә, фәһемле лә итеп башҡарҙы. Хәҙерге «Йәннәтбикәләр» тормошта аҙым һайын осрап тора бит. Ә бына матур, уңған, ипле килен Сәғиҙә ролен Сәриә Ишмөхәмәтова уйнаны. Ул Көҙән мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, йәш, дәртле, сәхнәлә уйнау үҙенә бик килешә. Спектаклдә уҡытыусылар Гөлшат Вәлиева, Дамир Ибәтуллин да ҡатнашты. Хәтирә ролен Гөлшат бик килештереп уйнаны, уның сумка эҙләп иҙән буйлап йөрөүе үҙе ни тора. Беҙ уҡытыусыларҙы ауылдың зыялылары тип беләбеҙ. Дамир башҡарған Илдар роле лә нәҡ шулай. Аяз ролен башҡарған Нияз Латыповҡа ҡарап, ир-егеттәр һөнәрле, ғаиләһе өсөн яуаплы булыуын аңлайбыҙ.
Ауылда күршеләрһеҙ йәшәп булмай. Күршең үҙеңдән һәйбәт булһын ул. Йәннәтбаныуҙың күршеһе Мөләйем шундайҙарҙан. Был ролде башҡарған Әлфиә Лотфуллина донъяһын да көтә, бына тигән эшҡыуар ҙа, ҡыҙҙары

ла бер тигән, бәләкәс Лилиә үҙе менән сәхнәлә йөрөй.
Бөтәбеҙгә лә Мөләйем менән Хәтирә кеүек күршеләр тап килһен ине. Уҫал ҡәйнәне аҡылға ултыртыусы Сәғиҙә урынына килгән Афәт - Зарифа ролен Регина Мансурова башҡарҙы. Йәшлек дәртең һүнмәһен,сәхнәлә тағы ла беҙҙе көлдөр, Регина!
Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Әлфиә Алмаҡаева комедия уңышлы сыҡһын өсөн күп көс һалған. Сәхнә биҙәлеше лә, тамаша барышында яңғыраған музыка ла бик матур. Бер һүҙ менән әйткәндә, Көҙән мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән һәүәҫкәр артистар, ысынлап та, халыҡ театры исемен лайыҡ!
Читайте нас: