Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2018, 02:00

Күңелдәрҙә яҙғы моңдар уйнай

7 апрелдә Кинйәкәй ауылы мәҙәниәт йортонда "Яҙғы моңдар" тип исемләнгән концерт күрһәтелде.

7 апрелдә Кинйәкәй ауылы мәҙәниәт йортонда "Яҙғы моңдар" тип исемләнгән концерт күрһәтелде. Алаҡай ауылы клубы менән Кинйәкәй мәҙәниәт йорто һәүәҫкәр артистары көсө менән әҙерләнгән сарала ҡыҙыҡлы "Бала табыу йортонда", "Пластик хирург" исемле бәләкәй сәхнә әҫәрҙәрен, Флүрә Исламғолова һәм Зәлиә Ғәйнуллина башҡарыуында "Башҡортостан", "Ҡыҙыма" йырҙарын, "Аҡ һәм ҡара", "Алаҡай килендәре "шаян бейеүҙәрен, "Гөрләүек", "Ынйылар" ансамблдәре башҡарыуында "Сывай ҡашҡа", "Һыу юлы", "Йәшлегем шишмәләре" йырҙарын тамашасылар яратып ҡабул итте.
Ике мәҙәниәт усағы бергә йыл һайын ниндәй ҙә булһа сара уҙғарып тора, быныһы ла һуңғыһы булмаҫ, тибеҙ.
Читайте нас: