Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Апрель 2018, 02:00

Тормош күркәм һеҙҙең менән

Этҡол ауыл Советы биләмәһендә алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүсе ғаиләләрҙе ҙурланылар.

Кешене, өгөт-нәсихәттән бигерәк өлгө тәрбиәләй. Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүҙә лә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән татыу, күркәм парҙар өлгөһөнә таяна алыуыбыҙ мөһим. Ошо көндәрҙә Этҡол ауыл Советы биләмәһендә алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүсе ғаиләләрҙе ҙурланылар.
Эштә лә, тормошта ла, ғаиләһендә лә һынатмаған ошондай матур парҙарҙан йәштәребеҙ үрнәк алһын, тыуған төйәгебеҙҙә ныҡлы, берҙәм, ғүмерлек никахтар күберәк булһын ине... Байрамды алып барыусылар юбилярҙарҙы ауылдаштар алҡыштары менән хөрмәтләп сәхнә түренә саҡырғанда әйтте был һүҙҙәрҙе. 61 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән Роза һәм Рәшит Фәхретдиновтар, ғүмер йомғағын 59 йыл бергә бәхетле һүткән Рәйсә һәм Тимербай Тимерғәлиндар, алтын туйҙарын бер-бер артлы ҡаршылаған Гөлфирә һәм Мөҡәддәс Иҙрисовтар, Ира һәм Зариф Мөхәмәтовтар, Миңнур һәм Минеғәли Ураҙғоловтар, Рәйсә һәм Иҙрис Ваһаповтар, Әнисә һәм Рәфҡәт Хәйбуллиндар кеүек мөхәббәтле, эшһөйәр ғаиләләр миҫалында сараға йыйылыусылар, бигерәк тә йәштәр, тормош асылын аңлай алды.
- Этҡол ауыл Советы биләмәһендә уңған, татыу ғаиләләр бик күп. Алдыбыҙҙа оҙон ғүмер юлын бергә үткән, ғорурланып та, һоҡланып та һөйләрлек ғаиләләр. Һеҙ, хөрмәтле апайҙар, ағайҙар, күпте күрҙегеҙ, төрлөһөн татынығыҙ. Кешеләргә файҙалы булып, тормош яратып йәшәүегеҙ бөгөн дә беҙгә ҙур ярҙам, - тине биләмә хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова юбилярҙарға мөрәжәғәт итеп. – Һәр башланғыста терәк булыуығыҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.
Ғаиләләр байрамын уртаҡ шатлыҡ күреп килгән ауылдаштарға ла рәхмәтен әйтеп, Нәсимә Ғайса ҡыҙы парҙарға хакимиәт бүләктәрен тапшырҙы. Етегән йондоҙолай һәр береһе балҡып ултырған һоҡланғыс ете парға әйтер теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре күп булды. Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Ишембай ҡалаһындағы бүлеге етәксеһе Сәфиулла Ғәйнуллин һәр парға айырым туҡталып, уларҙың намыҫлы хеҙмәт юлын баһаланы.
- Бөгөн беҙ ҡулланған нәмәләрҙең күбеһе һеҙҙең хеҙмәт емеше. Һуғыш балалары быуынына күп ауырлыҡтар яҙҙы.

Илебеҙҙе күтәреүсе лә, беҙҙе эшкә өйрәтеүсе лә һеҙ булдығыҙ. Район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин исеменән дә барығыҙға иҫәнлек, яҡындарығыҙ изгелеген тойоп йәшәүегеҙҙе теләйем, - тине ул.
Ҡотлау һүҙҙәре күңелдәргә үтеп ингән үҙебеҙҙең боронғо йырҙар, “Емеш” балалар бейеү ансамбле сығыштары менән аралашып барҙы. Районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы исеменән Илүзә Зөлҡәрнәеваның ҡотлауы йылы ҡабул ителде.
- Йәмғиәтебеҙҙе һеҙҙең ише абруйлы парҙар көслө итә, тәрбиәләй. Бәхет төшөнсәһен аңлау өсөн бөгөн һеҙгә ҡарау ҙа етә, барыбыҙҙың изге теләктәре артабан да тормошоғоҙға көс-дәрт биреп торһон. Бөгөнгө заманда һеҙҙең өлгө, аҡыллы кәңәштәрегеҙ үтә лә кәрәк, - тине Илүзә Морат ҡыҙы.
Биләмәнең ветерандар советы рәйесе, ҡабатланмаҫ моң эйәһе Тәнзилә Аҫылгәрәйева ла тантана геройҙарына изге теләктәр юллап, йыр бүләк итте.
Яҡындары һөйөүенә, ауылдаштары ихтирамына төрөнгән парҙарҙың да рәхмәттәре йөҙөнә яҙылғайны. Алып барыусылар һәр ғаилә тарихына байҡау яһаны. Алдынғы тракторсы, уҡытыусылар, заманында ауылды, колхозды күтәреүселәр, 30-40 йыл килен-ҡәйнә булып йәшәгән уңған апайҙар, ул-ҡыҙҙарына арҡа терәге биргән атайҙар...
Ғәзиздәрен ҡотларға балалары ҡайтҡайны, рәхмәтле күршеләр, хеҙмәттәштәр, дуҫтар - уларҙы тыңлап, йәшлек йылдарында тыуған мөхәббәттәрен ғүмерлеккә еткергән парҙарҙың йөҙҙәре тағы ла яҡтырҙы. Кәмендә 4-5 бала үҫтергәндәр, эшенә лә өлгөргәндәр, мал-тыуарын да ҡарағандар, әлеге йәштәрендә лә ейән-ейәнсәрҙәренә таяныс булып, дәрт өләшеп йәшәйҙәр.
- Бөгөн беҙҙе ҙурланығыҙ, байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Бар ғаиләләргә лә ошондай ҙур байрамдарын күрергә, балалары өсөн һөйөнөп, ғорурланып йәшәргә насип булһын, - тине Иҙрис Минеғол улы тәрән рәхмәтен белдереп.
Фәһемле ғаилә байрамы күркәм табын артында дауам итте, ә күңелдәрҙә мөхәббәтте, татыулыҡты данлаған йырҙар ҡалды.
Фото: автор.
Читайте нас: