Ошо көндәрҙә Яңауыл ҡалаһында үткәрелгән Радик Гәрәев исемендәге вокалистарҙың асыҡ республика конкурсына Ишембайҙан өс йырсы юлланһа, өсөһөнөң дә сығыштары юғары баһа алды.
Рәфис Ишбаев - профессионалдар, Регина Төхвәтуллина үҙешмәкәр йырсылар араһында 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Тағы ла бер яҡташыбыҙ оҫта ҡурайсы Фәнил Кинйәғолов музыка ҡоралында уйнап ҡына ҡалманы, йыр ҙа башҡарып үҙешмәкәрҙәр араһында өсөнсө урын алды. Шулай уҡ ул “Сәхнә оҫталығы өсөн” номинацияһында ла еңеү яуланы. Конкурстың талабы буйынса ҡатнашыусылар бер халыҡ йырын һәм Радик Гәрәев репертуарынан бер йыр башҡарырға тейеш була. Яҡташтарыбыҙ был һынауҙы уңышлы үтә, абруйлы жюри тарафынан Ишембайҙан көслө йырсылар килеүе билдәләнә.
- Конкурс кимәле юғары булды. Беренсе урынға өмөт менән барһам да был хаҡта ишеткәс, тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом, - ти Регина Төхвәтуллина.
Конкурстан ҡәнәғәт ҡайтыуҙары, бындай еңеүҙең тағы ла юғарыраҡ кимәлдәге сараларға дәрт биреүе хаҡында ла белдерҙе йырсылар.
Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 60-тан ашыу йырсыны туплаған конкурс Ишембай йырсыларын йәнә бер ҙур сәхнә күгендә балҡытты.