25 март – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Барыбыҙ ял иткәндә, байрамдар ҡаршылағанда улар күңел биреп, бар һәләттәрен эшкә ҡушып эшләй. Таланттарыбыҙ район, республика кимәлендәге бик күп сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтеүгә өлгәшә, мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы үҫә, ә ауылдарҙа мәҙәниәт йорто, клуб, китапханалар эшенән башҡа тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әйҙәгеҙ, һөнәр байрамдары уңайынан һүҙҙе ошо яуаплы, ижади өлкәне етәкләүсе Илнур Мөхйәновҡа бирәйек.
- Илнур Илдар улы, мәҙәниәт бүлеген йылдан ашыу ғына етәкләүегеҙгә ҡарамаҫтан, эшкә йәштәрсә дәртле тотоноуығыҙҙы баһаламай булмай. Ошо осорҙа һөйөнөп, яҡташтар өсөн ғорурланып әйтергә мөмкин булған ваҡиғаларға туҡталғы килә.
- Рәхмәт, әлбиттә, бөгөн мәҙәниәт өлкәһе халыҡ зауығына яуап бирер, олоһонон да, кесеһен дә йәлеп итер өсөн заман менән бергә атларға тейеш. Ә матди- техник нигеҙ булмай тороп, быны эшләүе ҡатмарлы. Шуға күрә мин иң тәүҙә уҙған йылда ауыл ерендә мәҙәниәтте үҫтереүгә булған иғтибарҙы, байтаҡ ҡына мәҙәниәт йорто яңыртылыуын билдәләгем килә. Алаҡай, Иҫәкәй, Верхотор, Көҙән, Маҡар, Кинйәбулат, Яр-Бишҡаҙаҡ, Васильевка, Биксән, Ғүмәр, Яңы Әптек ауылдарында мәҙәниәт усаҡтарын капиталь ремонтлау буйынса төрлө күләмдә эштәр башҡарылды. Күп йылдар хәл итеүҙе талап иткән “Нефтсе” мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы ремонтланды. Бында дәүләт, район хакимиәте ярҙамына таяна алыуыбыҙ мөһим. Былтыр мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник мөмкинлектәрен көсәйтеүгә генә 19 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителде. Сәхнә ҡорамалдары, музыка инструменттары, элемтә саралары, махсус мебель, аудио һәм видео, яҡтыртыу техникаһы, компьютерҙар, тауыш аппаратураһы алынды – әлбиттә, бындай шарттарҙа дәртләнеп эшләмәү гонаһ булыр ине.
- Дәүләт ярҙамы тинегеҙ, уны ла бит юҡҡа ғына бирмәйҙәр. Төрлө Гранттар, проекттарҙа ҡатнашыу эҙмә-эҙлекле эш талап итә.
- Ишембайҙа “Көҙгө һулыш” башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең асыҡ республика фестиваль-конкурсын үткәреү беҙгә иң яҡшы ижади проекттар рәтендә баһаланып, Республика Башлығының ҙур Грантын алыу мөмкинлеге бирҙе. 900 мең һум күләмендәге был субсидияға таянып, сәхнә костюмдары, музыка ҡоролмалары, хор микрофондары һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар алдыҡ. Әйткәндәй, “Көҙгө һулыш” фестивале республикала тәүге тапҡыр ойошторолдо, ансамблдәр егерменән ашыу райондан йыйылды. Уны Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Ишембайҙың бренды – үҙен киң даирәлә танытып торған сара итеү тәҡдиме алдыҡ. Маҡарҙа Ҡарға бутҡаһы байрамын да бренд итеү өҫтөндәбеҙ. Шулай уҡ Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто, Петровск китапханаһы ла иң яҡшы мәҙәниәт учреждениелары араһында 100 мең һум күләмендә бүләкләүгә лайыҡ булды. Эйе, хәҙер дәүләт ярҙамының күп төрө бар, тик башланғыстар ышаныс уятырға, проекттар күмәк халыҡ ҡатнашлығы, әһәмиәте яғынан үҙен аҡларға тейеш. Быйыл Көҙән ауылы мәҙәниәт йорто “Йәнтөйәгем мәҙәниәте” Берҙәм Рәсәй партияһы проектында ҡатнаша. Ғөмүмән алғанда, әлеге көндә театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендә әһәмиәтле ижади проекттар менән Башҡортостан Башлығы Грантына конкурсҡа 15-тән ашыу ғариза бирҙек. Ҙур сараларҙан быйыл Ишембайҙа халыҡ-ара “Урал моңо” конкурсын лайыҡлы үткәреү көтә.
- Мәҙәниәт йорттары интернет мөмкинлектәрен киң ҡуллана. Төрлө сараларҙан мәғлүмәт, фото райондаштарға тиҙ арала барып етә. Ғөмүмән, мәҙәниәттә заманса технологиялар ауылға яҡынаямы?
- Быйылғы пландарҙа беҙ тап ошо йүнәлешкә, инновациялы проекттарҙы китапханаларҙа, музей эшендә, халыҡ йолаларын танытыуҙа әүҙем ҡулланыуға иғтибарҙы бирәсәкбеҙ. Мәҙәниәт өлкәһе, ғөмүмән, халыҡты йәлеп итеү, ҡыҙыҡтырыу өсөн күп нәмәлә бер аҙым алда булырға тейеш.
- Байрам хеҙмәттәштәрегеҙгә, гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт итеү форсатын да бирә.
- Барыһына ла күңел күтәренкелеге, именлек теләйем. Бигерәк тә ауыл ерендә мәҙәниәт усаҡтары эшенән күп нәмә тора, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре иңенә ятҡан ҙур бурысты аңлай. Дәртлеләр генә башҡалар тормошон байыта, дәртлерәк итә ала. Ә ишембайҙар элек-электән талантлы халыҡ, шуға өҫтәп әүҙем булып, тормош яратып, мәҙәни сараларҙы күтәрешеп йәшәйек.