Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Март 2018, 02:00

Сихри шиғриәт илендә ҡунаҡта

Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арнап Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапханаһында үткән әҙәби кисәгә оло һәм кесе йәштәге шиғриәт һөйөүселәр йыйылды.

Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арнап Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапханаһында үткән әҙәби кисәгә оло һәм кесе йәштәге шиғриәт һөйөүселәр йыйылды. Был матур сарала шиғриәт һөйөүселәр, үҙҙәре лә ҡәләм тибрәткән мәктәп уҡыусылары һәм ололар ҡатнашлығында Рәсәйҙең, Башҡортостаныбыҙҙың мәшһүр шағирҙары ижадынан шиғырҙар уҡылды.
Минзилә Фәхретдинова Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағирҙарының тормошо һәм ижадына бай йөкмәткеле байҡау яһаны, яратҡан шағирҙарҙың әҫәрҙәренең бер нисә шәлкемен уҡыны.
Уҡыусы балалар Ватан, тыуған ил тураһында, әсәйҙәргә бағышланған шиғырҙар һөйләһә, өлкәндәр тормош, йәшәйеш, туғанлыҡ ептәре бәйләнешенә ҡағылышлы шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе.
Әҙәби кисәлә күрше Яр-Бишҡаҙаҡтан Сәлимә менән Шәүрә Йәрмөхәмәтова ла ҡатнашты. Шәүрә апай үҙенең ғүмеренең аҙағынаса усағын һүндермәй һуғыштан ҡайтмаған ире һәм улын көткән өләсәһенә бағышлап яҙған шиғырын уҡып үтте. Торатауға арналған мөнәжәтен көйләне, улдарына арнап яҙған шиғырына үҙе көй ҙә һалған - йырлап ишеттерҙе. Сәлимә апай Рамай Ҡаһирҙың шаян шиғыры "Ваучер"ҙы яттан һөйләп беҙҙе көлдөрөп тә алды.

Мәжит ағай Ғәбитов ауылыбыҙ ағинәйҙәренә арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Фәниә апай Рәшитова Ғаилә йылына ҡағылышлы "Әсә" исемле шиғырын тыңлаусыларға еткерҙе. Шулай уҡ бөгөнгө кисәлә иң матур шиғыр һөйләүсе балаға бүләккә алма ла килтергән, был күстәнәскә "Бесәйем" шиғырын һөйләп, 5 йәшлек Исмәғил Ғалин лайыҡ булды. Уның апаһы Гөлсөм А.Пушкиндың әҫәренән өҙөк уҡып тамашасылар һөйөүен яуланы. Өләсәләре Рәйсә апай Ғалина бына шулай ейән-ейәнсәрен йырларға, шиғыр һөйләргә өйрәтеп китапханала үткән һәр сараны биҙәй.
9 класс уҡыусыһы Халикова Аделинаның рус телендә ижад иткән "Һалдат" һәм "Көсөк" исемле шиғырҙары барыһының да күңеленә хуш килде. Ололар Аделинаға ижадын артабан да үҫтереүҙә уңыштар теләне.

Светлана апай Хужахметова бөгөнгө
кисәнең уҡыусы балаларҙың күңелендә шиғриәткә, китап уҡыуға һөйөү
тәрбиәләүҙә ҙур йоғонто яһауын, үҫеп килгән йәш быуындың матурлыҡҡа
ынтылыуға орлоҡ һалыусы сара тип белдерҙе.
Читайте нас: