Ҡаланың Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә шиғриәт һәм йыр байрамы үтте. Осрашыуҙа Өфөнән композитор, шағирә, үҙенең йырҙарын башҡарыусы Ризида Мөхәмәтйәнова, республика, төбәк-ара һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, “Юлдаш йыры-2011” еңеүсеһе Резида Шәрәфетдинова, Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре, шағирә, журналист Хәлисә Мөхәмәҙиева, шулай уҡ Ишембайҙың моңло һандуғасы, үҙешмәкәр композитор һәм шағирә Нәсимә Әминова ҡатнашты.
Ижади дуҫтарҙың Ишембайҙа осрашыуы осраҡлы түгел. Нәсимә Әминова менән Ризида Мөхәмәтйәнова яҡташтар, икеһе лә Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән. Тыуған яҡҡа ғына түгел, шиғриәткә, йыр-моңға һөйөү ҙә уларҙы берләштерә. Бергә ижад иткән йырҙары ла бар. Мәҫәлән, “Сар йылғаһы” йырында һүҙҙәрен Ризида Мөхәмәтйәнова, көйөн Нәсимә Әминова яҙған.
Сара ҡунаҡтарҙың сығышы, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ризида Йәғәфәр ҡыҙы осрашыуға килгән балаларға үҙе ижад иткән әкиәтен дә уҡып ишеттерҙе.
Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә эшләп килгән “Дуҫлыҡ” башҡорт һәм “Таң” татар вокал ансамблдәре сарала ҡатнашыусы шағирә һәм композиторҙарҙың йырҙарын башҡарып байрамды биҙәне.
Дәртле йырҙарға балалар ихлас ҡул сапты, хатта төшөп бейеп тә алдылар. Осрашыу аҙағында ҡунаҡтарға үҙҙәренең рәхмәттәрен дә әйттеләр.
Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар ҙа саранан ҡәнәғәт ҡалды.
- Яҡташым Нәсимә апай менән күптән күрешәһе килә ине. Бик йылы осрашыу килеп сыҡты. Балаларҙың иғтибар менән тыңлап ултырыуҙарынан, рәхмәт әйтеүҙәренән дә күңел булды. Киләсәктә ошондай сараны тыуған яғыбыҙҙа ла ойошторорға тигән ниәт бар, - тине Ризида Мөхәмәтйәнова.
Уға Хәлисә Мөхәмәҙиева ла ҡушылды:
- Ишембайҙа Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең гөрләп тороуы, ерле сәнғәт ижады көслө булыуы күҙгә ташланды. Төрлө милләт ансамблдәре эшләүе, төрлө телдә йырҙар яңғырауы халыҡтар дуҫлығы тураһында һөйләй. Костюмдарҙың бик матур, бай булыуы ла һоҡландырҙы, тимәк, бында мәҙәниәткә иғтибар ҙур, - тине ул.
Өфө ҡунаҡтары менән йәмле осрашыуҙар бының менән туҡталып ҡалмаҫ. Уҡыусы балалар ҙа уларҙың тағы килеүҙәрен һораны.