Белеүебеҙсә, hәр йыл hайын яҙ айында, тәбиғәт уянған мәлдә республикабыҙҙа “Һылыуҡай” бәйгеhе үтә. Ишәй ауылы мәҙәниәт йортонда ла гүзәллек конкурсы уҙҙы. “Их, һеҙ матур ҡыҙҙар!” тип исемләнгән тамашала ҡыҙҙарҙың иң матурҙары, иң уңғандары ҡатнашты.
Гүзәллеккә инаныусы, матурлыҡ алдында баш эйеүсе, hылыулыҡтан илhам алыусы бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙың ин лайыклы булыуҙарына тамашасылар үҙҙәре шаhит булды. Беҙҙең алда береһенән-береһе гүзәл, йөрәктәрендә илаһилыҡ, зауыҡлыҡ, матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо йөрөткән, оҫта, наҙлы ҡыҙҙар баҫты. Улар матур һәм үҙенсәлекле итеп үҙҙәре тураһында һөйләп, яратҡан шөғөлдәре, киләсәккә булған хыялдары менән ихлас күңелдән тамашасыларға еткерҙе. Ҡыҙҙарҙың зауыҡлы итеп коматериалдарҙан тегелгән күлдәктәре, үҙ ҡулдары менән эшләгән төрлө әйберҙәре эшһөйәр һәм оҫта икәндәрен дәллиләне һәм жюри тарафынан юғары баһаланды.
Боронғоларҙан ҡалған һынау – һылыу ҡыҙ яуырынына көйәнтә һалып, мөлдөрәмә тулы силәктәрен түкмәй, баҫма өҫтәнән бейеп үтергә тейеш булған. Был һынауҙы ла конкурсанттар башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас нәфислек менән башҡарҙы.
Ижади конкурста ҡыҙҙар үҙҙәренең нимәгә маһир икәнлеген күрһәтте. Һылыуҙар тамашасылар күңелен дәртле йырҙары һәм төрлө стилдәге бейеүҙәре менән яуланы. Ҡыҙҙарҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелеп торҙо.
Байрам тамашаһына мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр йырсылары Розалия Ниғмәтуллина, Сәлимә Тимербаева, Светлана Илсеғолова, Фидан Сәғҙәтов һәм Артур Рәхимҡолов, бейеүселәр Фәйзелғаян Ғималетдинов менән Елена Сафарова, алып барыусылар Гөлшат Шәрипова, Минира Сәғҙәтова, Сурия Раҡаева ла йәм өҫтәне.
Гөлнара Сәйфетдинова конкурс ҡуйған бар талаптарҙы ла теүәл үтәп, “Ишәй һылыуҡайы - 2018” титулына лайыҡ булды. Диана Дауытова - “Грация”, Азалия Сәғҙәтова - “Сәхнә йондоҙо”, Илүзә Кәримова - “Наҙлылыҡ”, Аделя Насырова “Иң матур йылмайыу” номинацияларында еңеү яуланы.
Матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусы барлыҡ ҡыҙҙарға ла киләсәктә яңынан-яңы үрҙәр, күңелдәренең таҙа һәм саф булыуын теләйбеҙ. Алдағы тормошоғоҙ ҙа гел яҡты көндәрҙән һәм сағыу ваҡиғаларҙан ғына торһон.