Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2018, 02:00

Өләсәй һандығы менән танышты балалар

Йәкшәмбе көндө Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапханаһында Ғаилә йылына бағышланған "Өләсәйем һандығы " тип аталған сара үтте. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре балаларға серле һандыҡта һаҡланған ҡомартҡылар менән таныштырҙылар.

Һандыҡта сигелгән таҫтамалдар, яулыҡтар, шаршауҙар менән бер рәттән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү кейемдәренән селтәр, ҡашмау, ҡушъяулыҡ, мәрйендәр ҙә урын алған ине. Ошо ҡомартҡыларҙың һәр береһенең тарихын, ҡулланылышын һөйләне ағинәйҙәр.
Ҡыҙҙарҙың тәңкәләре сыңлап торған биҙәнеү кейемдәрен үҙҙәре кейеп алғас һоҡланыу кисереүҙәре йөҙҙәренә сыҡты. Лия Фәхретдинова өләсәйҙәр тураһында шиғыр һөйләне, Әҙилә Ғәлиуллина "Олатайым миҙалдары" йырын йырланы, Рәшитова Илүзә матур итеп бейеп күрһәтте, ә апалы-ҡустылы Гөлсөм менән Исмәғил Ғалиндар әсәй-өләсәй тураһында шиғырын да һөйләнеләр, йырын да йырланылар, Исмәғил иһә башҡорт бейеүен башҡарып тамашасыларҙы һөйөндөрҙе. Кескәйҙәр йомаҡтар сисеп буләккә тәмлекәстәр ҙә алдылар.

Читайте нас: