Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Март 2018, 02:00

Ғаилә бәҫен һәм ирекмәнлек эшен күтәрәйек

Ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһында гражданлыҡ әүҙемлеге һәм ирекмәнлек, Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылын асыуға арналған тантаналы сара үтте.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһында гражданлыҡ әүҙемлеге һәм ирекмәнлек, Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылын асыуға арналған тантаналы сара үтте.
Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов сығыш яһап, Экология йылы тамамланһа ла, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемалары артабан да иғтибар үҙәгендә ҡаласағын әйтте. Шул уҡ ваҡытта быйыл Ғаилә йылы уңайынан да ҙур саралар ниәтләнеүен билдәләне. Районыбыҙҙа ғаилә, әсәлек, балалыҡҡа ҙур иғтибар бирелә. Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса программалар, ер участкаларын бүлеү, пособиелар түләү, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм башҡа саралар барыһы ла ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.”Йәш ғаилә” конкурсы, “Кәләштәр парады”, “Карапуздар, стартҡа!” социаль проекттары ла ғаилә мәртәбәһен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан Ғаилә йылы асылыуы уңайынан йөкмәткеле концерт программаһы ла әҙерләнгәйне. “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Йыуаса” исемле яңы бейеүен дә тамашасылар йылы ҡабул итте. Шулай уҡ балаларҙың йыр-бейеүҙәре лә бик урынлы булды.
Ә алға яңы маҡсаттар ҡуйылған – ағымдағы йыл ғаиләгә бәйле сараларға тағы ла байыраҡ буласаҡ.

Фото: автор.
Читайте нас: