Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Март 2018, 02:00

Өләсәйҙәр сыҡты бәйгегә

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Яңы Һәйет ауылы мәҙәниәт йортонда матур сара уҙҙы.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Яңы Һәйет ауылы мәҙәниәт йортонда матур сара уҙҙы.
Кисәне Ғаилә йылына ла бағышлап, йәшләй тол ҡалып, балаларын уҡытып оло тормош юлына сығарған көслө рухлы ҡатындарға ихтирам йөҙөнән концерт күрһәтелде.
Һуңынан иһә "Өләсәйҙәр сыға
бәйгегә" тип аталған күңелле ярыш ойошторолдо. Гүзәл заттар ике командаға бүленешеп, үҙҙәренә бирелгән һынауҙы
ихлас башҡарып сыҡтылар. Был бәйгелә дуҫлыҡ еңде.
Читайте нас: