Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Март 2018, 02:00

Ҡатын-ҡыҙҙар һынау тотто

Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата “Байрам кәйефе теләйбеҙ” тип аталған матур кисә үтте.

Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата “Байрам кәйефе теләйбеҙ” тип аталған матур кисә үтте.


Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтов йыйылған тамашасыларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы һәм Зәйнуллина Ғәтифә инәгә, Шәмсетдинова Суфия апайға, мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе, һәүәҫкәр йырсыбыҙ Нәбиуллина Рәйлә апайға юбилейҙары айҡанлы иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы исеменән Йолғотлина Шәрифә Хаммат ҡыҙының һәм Хисмәтуллина Гөлнара Рим ҡыҙының йылы һүҙҙәре һәм матур шиғырҙары, ҡотлауға ҡушып Рәфис Ильясов башҡарыуында яңғыраған ҡурай моңо ла халыҡ күңеленә хуш килде.
Ҡотлауҙарҙан һуң ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында төрлө ярыштар башланды. “Ут күршеләр”, “Дуҫлыҡ”, “Бәхетле әсәйҙәр” һәм дауахана хеҙмәткәрҙәренән торған “Матрешкалар” командалары үҙ-ара көс һынашты. Программала бер куплет йырҙағы һуҙынҡыларҙы тик бер төрлө генә һуҙынҡы хәреф менән йырлау, яулыҡтарҙан ғына торған күлдәктәр модаһы, тамашасылар менән уйындар бар ине. Командаларға алдан уҡ өй эше итеп төрлө цыган, ламбада, канкан һәм көнсығыш бейеүҙәрен өйрәнеп килергә һәм Ғаилә йылына арналған инсценировка бирелгәйне. Был эште улар шул тиклем күңел биреп башҡарып сыҡты. Һәр команданың сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Һәр береһе костюмдарҙы еренә еткереп әҙерләгән ине. Ә Ғаилә йылын сәхнәләштергәндә ысын әртистәр уйнаймы ни, шул тиклем ихлас сығыш яһанылар!
Конкурсанттар ярыштарға әҙерләнгәнсе беҙҙең ир-егеттәребеҙ барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәренең матур концерт номерҙарын бүләк итте. Рәфис Ильясов, Биктимер Мәҡсүтов, Өлфәт Ҡотлобаевтарҙың халыҡ инструменттарында уйнауҙарын, Әбүзәр Көмөшбаевтың моңло йыры һәм “Байыҡ -2015” Республика телевизион конкурсы, “Тылсымлы үксә”, “Аҡ тирмә” Стәрлетамаҡ ҡала конкурстары еңеүсеһе, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ драма театрының йәш актеры Илһам Ғималов башҡарыуындағы “Бөрйән егеттәре”, “Кавказ егеттәре” бейеүҙәрен тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмделәр.
Ошо тиклем сығыштарҙы ҡарап баһалап барыусы жюриға лә еңелдән булмағандыр. Шулай ҙа командаларҙың береһенән-береһе уҙҙырып сәхнәлә сығыш яһауғандан һуң, бында һәр береһе еңеүсе исеменә лайыҡ тип, төрлө номинациялар менән билдәләп үттеләр. Сөнки бер команда артислығы менән, икенсеһе милли рухлы булыуҙары, өсөнсөһө шаянлыҡтары, дүртенсе команда ихласлыҡтары менән халыҡ күңелен яуланы. Һәр командаға бүләктәр һәм тәмле торттар тапшырылды.
Кисәне Ләйсән Хужахмәтова менән Гөлнәзирә Иманғолова бик йәнле итеп алып барҙылар.


Читайте нас: