Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Март 2018, 02:00

Тормош биҙәге әсәләр

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапханаһында ололар өсөн "Тормош биҙәге әсәләр" тип аталған байрам кисәһе үтте. Сараға оло йәштәге апайҙар һәм ағайҙар йыйылды.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапханаһында ололар өсөн "Тормош биҙәге әсәләр" тип аталған байрам кисәһе үтте. Сараға оло йәштәге апайҙар һәм ағайҙар йыйылды.
Нурғәле Тимерғәли улы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап бик йылы һүҙҙәр әйтте. Үҙенең өләсәһен иҫкә алып уның уңғанлығы, оло йөрәкле, көслө рухлы булыуы тураһында ла еткерҙе. Мәжит ағай Ғәбитов ҡотлау һүҙендә үҙенең шаярыу ҡатыш яҙылған шиғыры менән көлдөрөп алды. Ейән-ейәнсәрҙәргә иң бай өлөсәй конкурсында еңеүсе булып Ғәлина Рәйсә апай танылды.
Йәнле сәй табыны артында үткән был күңелле сара Валентина Егоровна Агафонованың моңло тауышы, апайҙарҙың күмәк башҡарыуындағы күңелле йырҙары, шаян уйындар менән бергә үрелеп барҙы.


Читайте нас: