Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Февраль 2018, 02:00

Ҡурсаҡтар эшләргә лә өйрәндек

Этҡол ауылының күп функциялы клубында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе уҙҙы.

Этҡол ауылының күп функциялы клубында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе уҙҙы.


Сараның тәүге өлөшөндә мәҙәниәт бүлегенең методика кабинеты мөдире Ирина Ходырева, методист Филүсә Әминева район мәҙәниәт бүлегенең 2017 йылдағы һөҙөмтәләрен барланы, алған гранттар тураһында һөйләне, быйыл башҡарыласаҡ эштәр менән таныштырҙы.


Ишәй мәҙәниәт йорто мөдире Сүриә Раҡаева “Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективының барлыҡҡа килеүе, яулаған уңыштары тураһында сығыш яһап, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Кәңәшмәлә Ишәй ауылының аҡһаҡалы, шағиры, бейеүсеһе, “Хазина” коллективының әүҙем ҡатнашыусыһы Фәйзелғаян Ғималетдинов үҙе яҙған шиғырын уҡыны, дәртле бейеүе менән семинарҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Этҡол ауылының үҙешмәкәр коллективтары тарафынан матур концерт күрһәтелде.


Сараның икенсе өлөшөндә ҡурсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Уны Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Фирҙәүес Мусина уҙғарҙы. Ул һөнәре буйынса технолог-туҡыусы, Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһында эшләгән. Ҡурсаҡтар эшләү менән хаҡлы ялға сыҡҡас ҡыҙыҡһына башлай, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй, тарихын өйрәнә. Фирҙәүес Дауыт ҡыҙы йыйылыусыларға ҡурсаҡтарҙың килеп сығышын, ҡулланылышын, мәғәнәһен аңлатты. Был юлы ул өйҙөң ҡотон һаҡлаусы ҡурсаҡ эшләргә өйрәтте. Һәр кем үҙенең ҡурсағын күңелен һалып эшләргә тырышты. Сараға Этҡол урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары ла уҡытыусылары Зилә Баһауетдинова менән килгәйне. Улар ҙа ҡурсаҡ эшләргә өйрәнде, әйтергә кәрәк, барыһының да эштәре бик матур килеп сыҡты. Оҫталыҡ дәресенә килеүселәр Фирҙәүес Дауыт ҡыҙына артабан да эштәрендә уңыштар теләп, тағы ла осрашырға теләк белдерҙе.
Читайте нас: