Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2018, 02:00

Йәгеҙ әле, егеттәр!

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда "Йәгеҙ әле, егеттәр!" бәйгеһе уҙҙы.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда "Йәгеҙ әле, егеттәр!" бәйгеһе уҙҙы. Үҙ-ара "Батырҙар" һәм "Ҡыйыуҙар" командалары көс һынашты.


Иң-иңдәрҙе билдәләү өсөн төрлө уйын-конкурстар үткәрелде - һорауҙарға отҡор яуап биреү, аш-һыу рецептарын һөйләү, спорт уйындары, хәрби күнекмәләр, концерт номерҙары, мода күрһәтеү. Ике команда ла бер-береһенә һис һыр бирмәйенсә көслө булып сыҡты. Шулай ҙа жюри "Батырҙар" командаһын еңеүсе тип тапты.


Читайте нас: