Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль 2018, 02:00

Бергәләшеп ҡышты оҙаттыҡ

Быйыл Ҡышты оҙатыу байрамы яңы урында – Ленин проспекты буйлап Ағиҙел йылғаһына төшкән ерҙә ойошторолдо.

Быйыл Ҡышты оҙатыу байрамы яңы урында – Ленин проспекты буйлап Ағиҙел йылғаһына төшкән ерҙә ойошторолдо. Әйткәндәй, был майҙансыҡ үткән йыл “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Ҡала мөхите” проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгәйне.
Көн ҡояшлы булһа ла, һыуыҡ ине. Шуға күрә тамашасыларға төрлө уйындарҙа ҡатнашып, гармун көйөнә бейеп йылынырға тура килде. Шәхси эшҡыуарҙар ишембайҙарға ҡайнар сәй, шешлек һәм, әлбиттә, ҡоймаҡтар тәҡдим итте. Балалар өсөн каруселдәр, төрлө аттракциондар ҙа урын алғайны. Мәҙәниәт, өҫтәмә белем биреү учреждениелары, йәштәр эштәре буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре байрамға килеүселәргә концерт программаһы, ҡыҙыҡлы конкурстар һәм төрлө уйындар ҙа әҙерләгән.
- Бөгөн миңә Кантюковка ауылынан туғандарым килде, улар беҙҙең ҡаланы бик ярата, шуға ла һәр байрамға беҙгә киләләр, - ти Новостройка биҫтәһендә йәшәүсе Рәйсә Йосопова. – Ә мин Ишембайыбыҙҙың эшләй ҙә, күңел аса ла, ошондай матур саралар ойоштора ла белеүенә шатландым.
Сара көтөп алынған ҡыҙыҡлы күренеш – Ҡыш ҡарасҡыһын яндырыу менән тамамланды.
Читайте нас: