Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль 2018, 02:00

Тағы уйнайым әле... фортепианола

Хәҙерге гаджеттар заманында баланың ҡыҙыҡһыныуын дөрөҫ юлға бороуы, ай-һай, ҡатмарлы. Ҡалабыҙҙың балалар сәнғәт мәктәбе ишектәрен асҡан йәш быуын өсөн был йәһәттән ҡыуанып ҡуяһың.

Хәҙерге гаджеттар заманында баланың ҡыҙыҡһыныуын дөрөҫ юлға бороуы, ай-һай, ҡатмарлы. Ҡалабыҙҙың балалар сәнғәт мәктәбе ишектәрен асҡан йәш быуын өсөн был йәһәттән ҡыуанып ҡуяһың.


Бөгөн бында музыка, хореография, һынлы сәнғәт бүлектәрендә 660 бала ижади һәләттәрен үҫтерә. 2-се башҡорт гимназия-интернатында, Кинйәбулат, Маҡар, Петровск мәктәптәрендә уның филиалдары уңышлы эшләп килә. Уҡыуҙан тыш сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе дәртле, тырыш балалар әленән-әле төрлө кимәлдәге еңеүҙәре менән шатландырып тора.


- Беренсе йыл ғына уҡыусы балалар менән күптән түгел Өфөлә үткән “Талант ҡанаттарында” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә уңышлы сығыш яһап ҡайттыҡ. Әлбиттә, һәр һынау тағы ла ныҡышмалыраҡ булырға өйрәтә, балала сәм уяна. Ата-әсәләрҙә таяныс тойоу ҙа мөһим, - тип уртаҡлашты фортепиано класы уҡытыусыһы Зөлфиә Шәһитова.


...Тағы уйнайым әле – был бәләкәстәр телефон уйындары түгел, ә фортепиано хаҡында һүҙ йөрөтә. Руслан Хәйретдинов фортепиано-соло номинацияһында кесе төркөмдә 3-сө дәрәжә лауреат исемен алған, ә Зарина Сәйфуллина һәм Лиана Хисмәтуллина - 1-се дәрәжә дипломанттары. Фортепиано ансамбле номинацияһында иһә Лилиә Агафонова класы уҡыусылары Виолетта Байдәүләтова һәм Любава Клемешева 1-се дәрәжә дипломанттар тип танылған.


Утыҙ йылдан ашыу сәнғәт мәктәбенән бер көнгә лә айырылмаған уҡытыусының бөтә балалар ҙа һәләтле тигән фекере оҡшаны. Тик уны тойомлау, үҫтереп ебәреү өсөн тәүҙәрәк ата-әсәнең маҡсатлы булыуы кәрәк.


- Сәнғәт мәктәбенә хәҙер инде элекке уҡыусыларымдың балалары килә – был минең өсөн ҙур шатлыҡ. Баланың күңеле бәләкәйҙән матурлыҡ, юғары ҡиммәттәр менән тула бара икән, ул насар юлға баҫмаясаҡ. Ике мәктәптә уҡып өлгөргән бала ваҡытын да дөрөҫ бүлергә өйрәнә, үҙ аллы, тырыш булып үҫә. Әлбиттә, артабан ҙур тормошта бөтәһе лә музыка йүнәлешен һайламай. Һөнәргә өс баҫҡыстан торған оҙайлы юл – сәнғәт мәктәбе - колледж - юғары уҡыу йорто – ата-әсәләрҙе бер аҙ шөрләтә, аҡсалыраҡ, тормошта ҡулайлыраҡ һөнәргә өҫтөнлөк биреүсәнбеҙ. Үҙем иһә күп йылдар элек һеңлем менән икебеҙҙе музыка мәктәбенә килтергән, юҡ аҡсаларын бар итеп фортепиано алып биргән атай-әсәйемә ғүмер буйы рәхмәтле, - ти тәжрибәле уҡытыусы.



Фото: автор.
Читайте нас: