Ҡалабыҙҙың Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе йәш пианистар ошо көндәрҙә Өфөлә үткән “Талант ҡанаттарында” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә уңышлы сығыш яһап ҡайтты.
Фортепиано-соло номинацияһында кесе төркөмдә 3-сө дәрәжә лауреат исемен Руслан Хәйретдинов алһа, Зарина Сәйфуллина һәм Лиана Хисмәтуллина 1-се дәрәжә дипломант булдылар. Был балалар тәжрибәле уҡытыусы Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы Шаһитова класында һәләттәрен үҫтерә.
Фортепиано ансамбле номинацияһында Лилиә Миңнулла ҡыҙы Агафонова класы уҡыусылары Виолетта Байдәүләтова һәм Любава Клемешева 1-се дәрәжә дипломанттары тип танылды.
Өфөгә ижади сәфәр балаларға сағыу кисерештәр бүләк итте. Конкурстан
тыш баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле матур урындарын күреп, Макдональдста
һыйланып, күтәреңке кәйеф менән ҡайттылар.