Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ғинуар 2018, 02:00

Килмәй ҡалмағыҙ!

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры коллективы мәҙәниәткә битараф булмаған Ишембай тамашасыһын күптән инде яратып өлгөрҙө. Тиҙҙән улар йәнә спектаклдәр менән Ишембайға килергә йыйына.

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры коллективы мәҙәниәткә битараф булмаған Ишембай тамашасыһын күптән инде яратып өлгөрҙө. Тиҙҙән улар йәнә спектаклдәр менән Ишембайға килергә йыйына.


Ҡала мәҙәниәт һарайында 30 ғинуарҙа татар драматургы Данил Сәлихов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ҡатын түгел – аждаһа!” спектакленең премьераһы тәҡдим ителәсәк. Көлмәгәндәрҙе көлдөрөр, битарафтарҙы терелтер, йөрәкһеҙҙәрҙе иретер көскә эйә был комедия ҡайҙа ғына ҡуйылһа ла ҙур аншлаг менән үтә. Төп ролдәрҙә - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар. Шулай уҡ, һәләтле артистар Ишембай ҡыҙы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән Таһир Фәтҡуллин да сәхнәне йәмләйәсәк. Көлкөлө комедия аша бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә өндәү сағыла.


Икенсе көндө лә спектакль ҡарарға килеүсе тамашасы һис отолмаҫ. 31 ғинуарҙа сәхнәлә театр сәнғәтенең алтын фондын тәшкил иткән Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы күрһәтеләсәк. Спектаклде көндөҙгө сәғәт дүрттә мәктәп уҡыусыларына ла ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Әйткәндәй, был әҫәр уҡыу планында ла ҡаралған. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе – бер тапҡыр ҡарау етә, тигән һүҙҙәрҙең хаҡлығына спектаклде күргәс тағы ла бер инанырһығыҙ. Ғөмүмән, йыр-моңға, уйын-көлкөгә ҡоролған был комедия олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә хуш килер. Төп ролдәрҙе башҡарыусылар - Резеда Әмәкәсова, Илфир Баймырҙин, Башҡортостандың халыҡ артистары Ниса Бакирова, Физәлиә Рәхимова, атҡаҙанған артист Илһам Рәхимов, театрыбыҙҙың йондоҙо Марат Зөбәйеров. Барығыҙҙы ла спектаклдәрҙә көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: