Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ғинуар 2018, 02:00

Матур клубҡа килеүе лә рәхәт

Биксән ауылы клубы Яңы йыл алдынан гөж килеп торҙо. Ремонт эштәрен тиҙерәк башҡарып сығыу өсөн ауыл халҡы ла тырышлығын йәлләмәне, эске һәм тышҡы яғын тәртипкә килтерҙе.

Биксән ауылы клубы Яңы йыл алдынан гөж килеп торҙо. Ремонт эштәрен тиҙерәк башҡарып сығыу өсөн ауыл халҡы ла тырышлығын йәлләмәне, эске һәм тышҡы яғын тәртипкә килтерҙе.


Ҡоймаларҙы яңыртыуҙа, йыйылып ятҡан сүп-сарҙы түгеүҙә ауылыбыҙ старостаһы Ришат Мырҙағәлиндәң ярҙамы ҙур булды. 40 йылдан артыҡ ремонт күрмәгән мәҙәниәт усағы декабрь аҙағында йәнә үҙ ишектәрен асты. Йәшәү ауыр, аҡса юҡ тип зарланған заманда бинаның күркәм итеп яңыртылыуы ауыл халҡы өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды. Халыҡ клубта уҙғарылған мәҙәни сараларға һыуһап өлгөргән. Шуға ла асылыу тантанаһына ла улар дәррәү йыйылды, ауылыбыҙҙың сәнғәт оҫталарының концертын яратып ҡараны.
Шаулап-гөрләп байрамдар үтеп китте. Өр-яңы төҫ алған клубыбыҙ ауыл халҡына хеҙмәт итеүен дауам итәсәк. Мәҙәниәт усағыбыҙҙа тормош хәҙер тағы ла гөрлөп торор, төрлө ҡыҙыҡлы саралар үтер, бергә-бергә дәртләнеп эшләрбеҙ, тигән теләктәбеҙ.

Фото: Резеда Шәнгәрәева.
Читайте нас: