Ауылдың өлгөлө ғаиләләрен ҙурлау, хөрмәтләү һәм күрһәтеү маҡсатнан ойошторолдо был сара. Рәшиҙә менән Нәзир Вәлиевтар тап шундай ғиләләр рәтенән. Кисәне асып, китапханасыһы Фәнилә Яхина Вәлиевтарҙың тормошо менән таныштырҙы. Фойела уларҙың ҡул эштәре лә ҡуйылғайны. Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә апай үҙенең шәжәрәһен һөйләп үтте. Әйткәндәй, ағинәйҙәр ойошмаһы ла кисәлә ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты. Улар йырлап-бейеп, шиғырҙар һөйләп күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Шулай уҡ уҡыусылар ҙа йыр-шиғырҙар бүләкләне.