Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре яратып бешергән ризыҡтар тураһында һөйләне, йомаҡтар систе, ижади сығыштар башҡарҙы һәм билмән әҙерләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте. Байрам табынында милли аҙыҡтарыбыҙ - буҙа, бишбармаҡ, ҡыҫтыбый һәм бик күп төрлө салаттар, тәмлекәстәр урын алды. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Яңы йыл менән ҡотлау өсөн Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килгән ине. Ә иһә конкурс һөҙөмтәләре буйынса дуҫлыҡ еңеп сыҡты.