Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Ғинуар 2018, 02:00

Яңы йылға яңыртылған мәҙәниәт йорттары

Декабрҙең һуңғы аҙнаһында райондың Васильевка, Биксән һәм Алаҡай ауылдарында ремонттан һуң мәҙәниәт усаҡтары үҙ ишектәрен асты.

Декабрҙең һуңғы аҙнаһында райондың Васильевка, Биксән һәм Алаҡай ауылдарында ремонттан һуң мәҙәниәт усаҡтары үҙ ишектәрен асты.
Бик матур Яңы йыл бүләге булды был ауыл халҡы өсөн. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин да ауыл халҡын был ҡыуаныслы ваҡиға менән тәбрикләне.
Биксәндәрҙең клубына ҡот ҡунды
“Ремонтҡа тиклемге клубты хәҙергеһе менән сағыштырһаң, танырлыҡ та түгел. Бина элек ҡотһоҙ, насар хәлдә, ремонтҡа мохтаж ине”, - ти ауыл халҡы. Май сүлмәгенән билдәле, тигән һымаҡ, бөгөн клуб тыштан уҡ балҡып ултыра. Ҡыйығы алмаштырылған, эсенә инһәң, унда ла бар нәмә яңынан эшләнгән. Тәҙрә-ишектәр, иҙән-түшәмдәр, электр үткәргестәр, йылылыҡ селтәрҙәре алмаштырылған, өр-яңы сәхнә, йыһаздар – барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ. Йылы ла, күркәм дә клубҡа ауыл халҡының хәҙер килгеһе генә килеп торор. Биксән клубын ремонтлау эштәре “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә башланһа, артабан муниципаль райондың тос ярҙамы күрһәтелә.
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин клубты асыу тантанаһына йыйылыусыларҙы сәләмләп, халыҡты күпләп мәҙәни сараларға йәлеп итеү буйынса Биксәндә яҡшы эш ойошторолоуын билдәләне һәм мәҙәни усаҡтың буш тормаҫына ышанысын белдерҙе.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа социаль объекттарҙы төҙөкләндереү буйынса эш йәнле бара. Күҙгә күренеп улар күркәмләнә. Яңыраҡ ҡына гәзитебеҙҙә Яңы Әптек, Яр- Бишҡаҙаҡ, Иҫәкәй ауылдарында ремонттан һуң мәҙәниәт йорттары эшләй башлауы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ. Башҡа ауылдарҙа ла эш тынмай. Халыҡ мәҙәни тормошҡа ылыҡһын, мәҙәниәт усағы ысын мәғәнәһендә мәҙәни үҙәккә әүерелһен өсөн бөтә яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырыла. Спорт залдары ремонтланып спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлектәре киңәйә, башҡа социаль объекттар яңыртыла. Былар барыһы ла ауылдарҙың өмөтлө киләсәгенә ишара.
Алаҡайҙа ла мәҙәни усаҡ балҡый
Дәртле, тыуған төйәген матурлауға битараф булмаған берҙәм халҡы менән айырылып тора алаҡайҙар. Бәләкәй генә ауыл булһа ла, тормош бында ҡайнап тора. Беҙ барған саҡта көн йылытып ебәргәйне. Шуға яуған ҡар ҙа ҡабаттан иреп һыу булып аҡты. Ә ауылға килеп ингән ерҙә күл уртаһына боҙҙан эшләнгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу байрам етеп килеүен хәбәр иткән һымаҡ йылыға бирешергә теләмәй ултыра ине әле. Ҡыш ҡары менән һөйөндөрмәһә лә, алаҡайҙарҙың халыҡҡа нисек тә Яңы йыл кәйефе бирергә тырышыуҙары тураһында һөйләй был боҙ һындар. Клуб алдында ла биҙәлгән шыршы ҡаршы алды. Иң мөһиме – бинаның үҙе ҙур үҙгәреш кисергән. Йыл башында халыҡ Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға, үҙҙәре лә аҡса йыйырға теләк белдергәйнеләр. Һөҙөмтәһе хәҙер күҙгә күренгән.
Район хакимиәте башлығы Марат Хөсәйен улы халыҡтың инициативаһы арҡаһында ошондай эш башҡарылыуын иғтибарға алды. Матур клубта, матур саралар йышыраҡ үтһен, ауыл үҫһен, балалар ишәйһен, тигән теләктәрен әйтте.
Халыҡ көсө, спонсорҙар ярҙамы, район, республи- ка ҡаҙнаһы иҫәбенә күмәк тырышлыҡ менән алаҡайҙарҙың клубы яңы төҫ алды. Элек сәхнә лә булмаһа, хәҙер артистарға сығыш яһар өсөн сәхнә урыны ла булдырылған. Электрүткәргестәр алмаштырылған, һыу үткәрелгән, канализация эшләнгән, ғөмүмән, ишектәрҙән алып түшәм-иҙәндәргә тиклем тулыһынса ремонт башҡарылған, яңы йыһаздар, сәхнә кейемдәре лә алынған.
Йыр-бейеүгә дәртле ала- ҡайҙарға ҡолас ташлап эшләү өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған. Был клуб ауылдағы берҙән-бер социаль объект. Шуға ла хәҙер кеше унда ҙур теләк менән килер, тигән ышаныс ҙур.
Әйткәндәй, Скворчиха ауыл Советында йәшәүселәр Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы менән әүҙем файҙалана.
- Был программа ныҡлап өс йыл эшләһә, өсөһөндә лә ҡатнаштыҡ. Киләһе йылда Скворчиха клубын ремонтларға тигән ниәтебеҙ ҙур, - тине ауыл хакимиәте башлығы Гүзәлиә Бардовская.


(Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 1-се һанында (5.01.2018) уҡығыҙ)
Фото: автор.
Читайте нас: