Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Декабрь 2017, 02:00

Иң шәп ҡотлау кемдеке булыр?

Яңы йыл алдынан мәҙәниәт бүлеге яңы конкурс иғлан итә.

Яңы йыл алдынан мәҙәниәт бүлеге яңы конкурс иғлан итә. Унда ҡатнашыу өсөн ишембайҙарҙы яңы йыл менән ҡотлап видеоролик төшөрөргә һәм уны 28 декабргә тиклем https://vk.com/event158903344 төркөмөндә урынлаштырырға кәрәк буласаҡ.


Конкурста ҡатнашыусы эштәрҙе баһалағанда уларҙың үҙенсәлекле булыуы ла, ижади ҡараш киңлеге лә - барыһы ла иғтибарға алынасаҡ. Еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнәсәк – “Иң яҡшы видеоҡотлау” 6 йәшкә тиклем һәм 7-10 йәшлектәр араһында, “Иң яҡшы ғаилә видеоҡотлауы”. Роликтың оҙонлоғо сикләнмәгән. Иң шәп видеоролик авторҙарын яңы йыл сюрпризы көтә, бынан тыш айырылып торған уңышлы эштәрҙең хужаларын Ҡыш Бабай үҙе ҡотлаясаҡ.


Талантлы балаларҙы асыҡлау, йәш быуында художество зауыҡ тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылған был конкурсҡа йомғаҡ 28 декабрҙә яһаласаҡ.


Читайте нас: