Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2017, 02:00

Ҡул эше оҫталары йыйылды

Байғужа мәҙәниәт йортонда “Үткәндәрҙән сәләм бирә ҡорама киҫәктәре” тип исемләнгән фольклор конкурсы үтте.

Байғужа мәҙәниәт йортонда “Үткәндәрҙән сәләм бирә ҡорама киҫәктәре” тип исемләнгән фольклор конкурсы үтте.


Унда Кинйәбулат, Байғужа, Бәләкәй Байыҡ, Верхотор, Алаҡай, Иҫәкәй, Этҡол, Уразбай һәм башҡа ауылдарҙан ҡорама тегеү оҫталары ҡатнашты.


Йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, ҡорама сәнғәтенең мәртәбәһен күтәреү маҡсатында ойошторолған был сара ысын мәғәнәһендә фольклор байрамына әүерелде. Конкурс бер нисә этаптан торҙо. Тәүгеһендә ауылдарҙан килгән коллективтар ҡорама менән бәйле йола күрһәтте. Халыҡ телендә борондан йәшәгән ҡыҙыҡлы юрауҙар ҙа иҫкә алынды. Моғайын, әлеге сарала күптәр уларҙы тәүге тапҡыр ишеткәндер. Мәҫәлән, яңы тыуған баланы ҡораманан тегелгән яңы юрған менән ябындырһаң, был сабыйҙы күҙ тейеүҙән һаҡлай, тигәндәр. Был хаҡта алаҡайҙар бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Кис ултырып яңы тыуған балаға ҡораманан юрған, күлдәк тегеү йолаһы ла бик үҙенсәлекле булды. Малдарға күҙ теймәһен өсөн дә элек ҡорама ҡулланғандар. Яңы быҙаулаған тананың елене шешмәһен, һөтлө булһын өсөн уның ҡойроғона ҡорама киҫәктәре бәйләгәндәр. Конкурстың икенсе өлөшөндә сарала ҡатнашыусылар ҡорама киҫәктәренән тегелгән ҡул эштәрен тәҡдим итте. Байғужаларҙың ҡорама балаҫы бик уңышлы килеп сыҡһа, кинйәбулаттар джинсы туҡымаһы киҫәктәренән кейемдәр, башҡа кәрәк-яраҡтар теккәндәр. Кинйәбулат мәҙәниәт йорто мөдире Виктория Ғәлимованың камзулын күреп һоҡландыҡ, художество етәксеһе Регина Дәүләтованың сумкаһы, түшелдереге иғтибарҙы йәлеп итте. Верхоторҙарҙың ҡул эше оҫталары килешле итеп тегелдән күлдәктәре менән байрамды йәмләне. Бәләкәй байыҡтар ҡораманан уйынсыҡтар эшләүгә оҫталығын күрһәтте.


Конкурстың һуңғы өлөшөндә командалар 30 минут эсендә ҡораманан нимәлер тегеү буйынса ярыштылар. Тиҙлек тә, матурлыҡ та, оҫталыҡ та сағылды был этапта. Кинйәбулаттар тиҙ арала Башҡортостан картаһын эшләп ҡуйһа, этҡолдар шыршы ҡорҙо, ҡанаҡайҙар сумка тегеп алды, уразбайҙар экология йылына арнап тәбиғәт күренешен сағылдырҙы.


Ҡораманан тегелгән әйберҙәр һуңғы осор онотолһа ла, Байғужала уҙғарылған сара уны хәтергә төшөрҙө. Һәр ауылдың үҙенең ҡул эше оҫталары булған һәм бар. Һәр заманда ла улар абруйлы булған. Бөгөнгө гүзәл заттарыбыҙ ҙа эшкә оҫта булыуҙары арҡаһында ҡорама байрамын еренә еткереп үткәрә алды. Конкурста ҡатнашҡан һәр коллективҡа “Афарин!” тип әйтке килә. Шулай ҙа оҫталар араһында ла иң-иңдәре була. Жюри уларға лайыҡлы урындар билдәләне. Иң юғары баһа – Гран-прины Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң “Һайт, килен” фольклор коллективы яуланы. 1-се дәрәжә лауреат исеменә Байғужаның “Әхирәттәр” коллективы лайыҡ булды, Этҡолдоң “Биҙәктәр”е - 2-се дәрәжә лауреат, Бәләкәй Байыҡтың “Уңған ҡыҙҙар”ы 3-сө дәрәжә лауреат булды. 1-се дәрәжә дипломға Уразбайҙың “Емеш”е, 2-се дәрәжә дипломға Верхоторҙың “Сударушка”һы, 3-сө дәрәжә дипломға Кинйәкәйҙең “Оҫталар” һәм Алаҡайҙың “Йәйғор” коллективтары эйә булды. Ишәйҙең “Хазина”, Ҡанаҡайҙың “Хәтер”, Иҫәкәйҙең “Нағыш” коллективтары номинацияларҙа билдәләнде.


Жюри рәйесе Ләйсән Һөйөндөкова ошондай матур байрам бүләк иткәндәре өсөн барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.


- Районыбыҙҙа ошондай һәләтле ҡатын-ҡыҙҙар күп булыуы шатландыра. Был байрам һүнеп ҡалмаһын. Уны уҙғарыуҙы матур йолаға әйләндерәйек, - тине ул еңеүселәрҙе тәбрикләп.


Сараны уҙғарыуға ҙур тырышлыҡ һалған ойоштороусыларҙың береһе Филүсә Әминова төн йоҡламай ҡораманан әйберҙәр теккән апайҙарға, инәйҙәргә рәхмәт белдерҙе, бындай байрамдарҙың үтеп тороуын теләне.


Боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, уларҙы күтәреү мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға хөрмәт билдәһе. Йәш быуынға еткерәһе онотола барған йолалар аҙ түгел. Киләсәктә яңынан-яңылары күренһен ине.



Фото: автор.
Читайте нас: