Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2017, 02:00

“Бытбылдыҡ” геройы бул!

Ҡала мәҙәниәт һарайы белгестәре балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында “Бытбылдыҡ” юмористик тележурнал проектын тормошҡа ашырмаҡсы.

Ҡала мәҙәниәт һарайы белгестәре балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында “Бытбылдыҡ” юмористик тележурнал проектын тормошҡа ашырмаҡсы.
Уны барыбыҙ ҙа яратып ҡараған “Ералаш” менән сағыштырырға мөмкин. Тележурнал серияларына йәш актерҙар табыу маҡсатынан яҡшы дикциялы, башҡортса белгән 8-17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәрҙе һайлап алыу иғлан ителгәйне. Мәҙәниәт һарайы режиссеры Фәнис Кәримов билдәләүенсә, тележурналды төшөрөүҙә ҡатнашырға, үҙен “киноартисы" итеп һынап ҡарарға теләгәндәр әле лә мөрәжәғәт итә ала. Тәүҙә балаларҙы, йәштәрҙе сәхнә оҫталығына өйрәтәсәктәр, телмәр өҫтөндә лә эшләргә кәрәк буласаҡ. Тыңлап ҡарауға 89174419408 номерына шылтыратып яҙылырға мөмкин. Күңелегеҙгә ятҡан башҡортса шиғыр, мәҫәлде яттан тасуири һөйләргә әҙерләнеп килеү һорала. Йәш артистар өсөн шәп мөмкинлек был!
Читайте нас в