Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2017, 02:00

Үҙ йондоҙон ҡабыҙҙы

Яҡташыбыҙ Ләйсән Ғәлимова “Йәшлек шоу” конкурсында Гран-приға лайыҡ булып, башҡорт эстрадаһында үҙ йондоҙон ҡабыҙҙы.

Яҡташыбыҙ Ләйсән Ғәлимова “Йәшлек шоу” конкурсында Гран-приға лайыҡ булып, башҡорт эстрадаһында үҙ йондоҙон ҡабыҙҙы.


Ул йыр менән ете йәштән шөғөлләнә башлай. Ҡыҙҙарының йыр-моңға маһирлығын күреп, ата-әсәһе Рәзифә һәм Ирек Ғәлимовтар Ләйсәнде сәнғәт мәктәбенең скрипка класына уҡырға бирәләр. Тырыш ҡыҙ бигерәк тә хор дәрестәрен ярата. Уның үҙенсәлекле тауышына остазы Мәүлиҙә Закирова иғтибар бирә һәм “Сулпылар-2009” телевизион конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә. Был конкурста Ләйсән Гран-при яулай һәм шул ваҡыттан алып вокал менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Ләйсән башҡорт йырҙары менән бер рәттән рус, сит ил йырҙарын да башҡара. Бер нисә йыл «Reofomial» рок төркөмөндә йырлай. КВН-дарҙа, Йәштәр эштәре буйынса комитетта төрлө саралар ойоштороуҙа ҡатнаша, муниципаль райондың Йәштәр советы ағзаһы була. Гимназияла төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ҡала һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа алдынғы урындар яулай. Һәр яҡлап тырыш ҡыҙ гимназияны алтын миҙалға тамамлай. Скрипка класын да уңышлы уҡып бөтә.


- Һәр башланғыстарымда дәртләндереп, бар яҡлап үҫеүем өсөн шарттар тыуҙырған ата-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Ҡулыма аттестат алғас, Ҡазан федераль университетының медиакоммуникациялар йүнәлешен һайланым, әммә беренсе курста уҡ яңылышҡанымды, музыкаға, башҡорт мәҙәниәтенә һөйөүем көслөрәк булғанын аңланым. Ата-әсәйем был ниәтемә ҡаршы килмәне һәм мин З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына инергә ҡарар иттем, - ти Ләйсән. Үҙ теләгенә ирешкән ҡыҙ - бөгөн институттың эстрада-джаз бүлегенең беренсе курсы студенты.


25 йыл рәттән уҙғарылған “Йәшлек шоу” республика фестиваленә Ләйсән композитор Илдус Дәүләнов менән ғариза бирә. Йырҙы башҡарғанда Ишембайҙан ижадташ дуҫтары бэк-вокал менән ярҙам итә. Ҡыҙ киләсәктә үҙен төрлө жанрҙарҙа һәм стилдәрҙә һынап, профессиональ йырсы булырға хыяллана. Әлбиттә, бындай тырыш, маҡсатына ынтылыусан, һандуғастай моңло ҡыҙҙың теләге, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр.


Читайте нас: