Тиҫтә йылдар эсендә ҙур популярлыҡ яулаған «Сулпылар» республика балалар телевизион йыр конкурсының быйылғы еңеүсеһе Ишембайҙан – Гран-при Ләйсән Ғибәҙуллинала!
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 8-се класында уҡыусы һәләтле ҡыҙ балалар сәнғәт мәктәбенең гимназия нигеҙендәге филиалында өсөнсө йыл вокал буйынса белгес Гөлназ Рәхмәтуллина етәкселегендә шөғөлләнә. Әйткәндәй, Ләйсән өсөн йыл уңыштарға бай була - “Алтын баҫҡыс” халыҡ-ара конкурсының I дәрәжә лауреаты ла ул.
- Йыл да тиерлек барабыҙ “Сулпылар”ға, ун ике генә бала ҡалырға тейешле өсөнсө турҙы үтеп булмай ҙа ҡуя. Ә Ләйсәндең уңышы дөрөҫ йүнәлеш һайлауыбыҙҙы күрһәтте, тәүге ике турҙа халыҡ йырҙары башҡарырға кәрәк, бында баланың күңеленә, тауышына ятҡан йыр һайлай белеү мөһим. Өсөнсө турҙа Ләйсәндең үҙе яҙған «Өҙөлөп һөйә беләм» йырын башҡарыуы үҙенсәлекле булды. Бындай конкурстарҙа еңеү, әлбиттә, күп яҡлы тырышлыҡ һөҙөмтәһе, - тип уртаҡлашты Гөлназ Марат ҡыҙы. – Халыҡ-ара, республика кимәлендәге “Ирәндек моңдары” кеүек мәртәбәле конкурстарҙа юғары урындар алып торабыҙ. Ғөмүмән, уҡыусыларымдан бик ҡәнәғәтмен, ата-әсәләренә лә рухи таяныс булған өсөн ҙур рәхмәт.
Быйыл «Сулпылар»ҙың юбилейы ла – егерме бишенсе тапҡыр үткән республика бәйгеһендә төрлө райондарҙан йыйылған үтә лә көслө конкурсанттар араһында әлеге көндә ил кимәлендә билдәлелек яулаған Ләйсән Золотарева ла була.
- Тиҫтерҙәрем менән бер-беребеҙгә шул тиклем йылы мөнәсәбәттә булдыҡ, айырылышҡы ла килмәне. Конкурс мине күп яҡлап үҫтерҙе, дуҫтарым артты. Һәр бала кескәй саҡтан халҡының тарихын, телен, мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш, үҙемдең ҡаламды, уҡыу йортомдо лайыҡлы күрһәтә алыуыма ныҡ шатмын, - ти Ләйсән. Мәктәптә “бишле”гә генә өлгәшкән тырыш ҡыҙ артабан медицина юлын һайламаҡсы. Ә йыр – ғүмерлек юлдашы булып ҡаласаҡ.
Ләйсәнде шулай маҡсатлы, илһөйәр итеп тәрбиәләгән атай-әсәйенә, көндән-көн һәләтен камиллаштырған уҡытыусыһына рәхмәт, башҡаларҙы ла яңы үрҙәр яулауға дәртләндерҙегеҙ!