Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2017, 02:00

Республиканы сәләмләне ағинәйҙәребеҙ

Ишембай ағинәйҙәре федераль канал эфирын яулай.

Ишембай ағинәйҙәре федераль канал эфирын яулай. Ошо көндәрҙә уларҙы "Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының "Хәйерле иртә, республика!" тапшырыуында күреп, ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ, һоҡланыу кисерҙек.

Яулыҡ байрамы, кәкүк сәйе, ҡарға бутҡаһы һәм башҡа бихисап йолалар - Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында эшләп килгән ағинәйҙәр ойошмаһы халҡыбыҙҙың матур байрамдарын тергеҙә. Был саралар маҡсаты күңел асыу түгел, бөгөн төп бурыс балаларҙа милли үҙаңды юғалтмау, рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәргә үҫеп килгән быуынды ла өйрәтеү. Урман-Бишҡаҙаҡ ағинәйҙәре районда беренсе булып "яулыҡ байрамын" да ойошторғайны. Яулыҡ ябыныу тәртибе, уның файҙаһы, ҡағиҙәләре тураһындағы был сара "Рәсәй-Башҡортостан" каналында ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Тапшырыуға саҡырыу ҙа ошоға бәйле була. Төбәк телевидениеһының иң популяр тапшырыуҙарының береһендә, тура эфирҙа ҡатнашып, ағинәйҙәребеҙ тамашасыларға ҡушъяулыҡ ябыныу, таҫтар бәйләү серҙәрен өйрәтте. Ә бына ни өсөн өлкән йәштәге инәйҙәр яулыҡты эйәк аҫтына бәйләгән икән? Асыҡланыуынса, оло йәштәгеләр ошолай итеп йыйырсыҡтарын йәшерә, икенсенән, ҡолаҡты ел һуғыуҙан, арҡаны өшөүҙән дә һаҡлай булып сыҡты. Таҫтар бәйләүҙең дә айырым маҡсаты бар. Быларҙың барыһы хаҡында алып барыусылар менән ихлас әңгәмәләшеп, ябындырып, кейҙереп күрһәтеп, тапшырыуҙы ҡараусыларға үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресе бирҙе ағинәйҙәребеҙ. Ишембай ағинәйҙәре тәжрибәһен Мәсетле һәм Туймазы яҡтары ла өйрәнергә ниәтләй. Был турала улар тапшырыу барышында тура эфирға шылтыратып, яҡташтарыбыҙға ла әйтеп өлгөрҙө. Әйткәндәй, Урман-Бишҡаҙаҡта ағинәйҙәр ойошмаһына ҡушылыусылар ҙа йылдан йыл арта бара. Уңышлы эштең сере нимәлә һуң?
- Халыҡ ихтирам итергә, ойошманың маҡсатын аңларғтейеш. Ауыл халҡы хөрмәтле ололарҙың әйткәненә лә ҡолаҡ һала, эштәргә лә ҡушыла, был халҡыбыҙҙың тәрбиә нигеҙе. Ағинәйҙәр ойошмаһына теләгән кем ҡушылып китә алмай, арабыҙҙа төрлө өлкәлә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар, ихтирам ҡаҙанған әсәйҙәр, өләсәйҙәр. Абруй һәм берҙәмлек – был һорауға яуабым. Ниндәй генә сараны ойошторһаҡ та, уның халыҡ өсөн ниндәй тәрбиә, фәһем биререн уйлайһың. Эшебеҙҙе мәсет, китапхана, мәктәп, ауыл хакимиәте менән бергә, бер-беребеҙгә таянып алып барыу һөҙөмтәле итә, башҡа бер сере лә юҡ, - тип уртаҡлашты ойошманың етәксеһе Фәниә Зөфәр ҡыҙы Рәшитова. Ә иртәгә Урман-Бишҡаҙаҡ ағинәйҙәре һалдат ҡаршылау йолаһын атҡармаҡсы – ауылдың бер түгел биш егете – Илмир Сәфиуллин, Рөстәм Ишкинин, Ринат Хакимов, Азат Шәйәхмәтов, Ринат Ғәзизов әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан.


Фото: „Рәсәй-Башҡортостан” каналы архивынан.
Читайте нас: