Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау кешенең мөмкинлеген сикләй. Ә бына башҡа тарафтарға барып эш тәжрибәһе туплау, яңылыҡтар эҙләү үҫеш өсөн яңы офоҡтар аса. Күптән түгел район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Ләйсән Һөйөндөкова менән бүлек методисы Лилиә Хәсәнова Мәскәү өлкәһендә уҙғарылған “Поколение Z” Бөтә Рәсәй патриотик милләт-ара йәштәр лагерында булып ҡайтты. Был сара Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 150 кешене йыя. Йәштәр өсөн уҙғарылған осрашыу тураһында Лилиә Хәсәнованан ентеклерәк һораштыҡ.
- Лилиә, сара тураһында тулыраҡ белге килә һәм ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы ул?
- Был лагерҙа булып рухи яҡтан ҙур көс алып ҡайттым, күңелемдә илһөйәрлек тойғолары тағы ла нығыраҡ артты. Илебеҙҙең көсө уның күп милләтле булыуына бәйле икәнлегенә нығыраҡ төшөндөм. Быға тиклем Рәсәйҙә йәшәүсе милләттәр тураһында мин барыһын да беләм тип уйлап йөрөһәм, ысынында күп нәмәне белмәгәнмен, илебеҙ халыҡтарының мәҙәниәте шул тиклем бай һәм ҡыҙыҡлы икән. Мәҫәлән, миндә эвенк халҡы мәҙәниәте ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Болан тиреһенән тегелгән, төймәләре лә һөйәктән эшләнгән кейемдәре бик үҙенсәлекле. Музыка ҡоралдары ла тәбиғи. Уларҙа беҙҙең ҡумыҙға оҡшаған хомус тип аталған уйын ҡоралы булыуын белдем. Шулай уҡ, Карелиянан килгән һирәк осрай тораған милләт вәкиле - вепс ҡыҙы менән таныштым, беҙҙең милли йолаларыбыҙ, йәшәү рәүеше унда ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һәм беҙҙең халыҡ менән нығыраҡ таныштырыу өсөн мин уны Башҡортостанға ҡунаҡҡа саҡырҙым, һабантуйға көтәм.
Был сарала ҡатнашыусы йәштәр ижади мөхиттә үҙҙәренең проекттарын эшләй һәм күрһәтә белергә өйрәнергә тейеш ине. Тәүге көндө үк төрлө төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусыларҙы командаларға бүлделәр. Бер төбәктән килеүселәр төрлө командаға эләкте. Минең командала ингуш, эвенк, әрмән, рус һәм башҡа милләт вәкилдәре тупланды. Тәүҙә команданы берләштереү йүнәлешендә психологтар ярҙамында эш алып барылды. Төрлө уйындар, күнегеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Яңы идеялар уйлап сығарырға, киңерәк фекерләргә өйрәндек. Ә инде видеороликтар фестивале һәләттәребеҙҙе һынарға мөмкинлек бирҙе. Профессиональ режиссерҙар, продюсерҙар, операторҙар етәкселегендә йәштәр командалары ҡыҫҡа фильмдар төшөрҙө һәм уларҙың барыһы ла милләт-ара мөнәсәбәттәр темаһына арналды, үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу маҡсатын ҡуйҙы. Эш барышында бер-беребеҙҙең фекерҙәрен тыңларға өйрәндек, уртаҡ уйға килеп сценарийын яҙҙыҡ, видеоролик төшөрҙөк. Беҙҙең фильм “Яулыҡ” тип аталды. Унда һәр милләт вәкиле үҙ халҡының мәҙәни үҙенсәлектәрен күрһәтте. Мин эвенктарҙың хомусына ҡушылып ҡумыҙҙа уйнаным. Тәүге көн төшөргән был эшебеҙ Гран-при яуланы, шулай уҡ “Тамашасы һөйөүе призы”на ла лайыҡ булдыҡ. Икенсе көндө лә беҙгә видеролик төшөрөү маҡсаты ҡуйылды. Уны үҙенсәлеклерәк итеп башҡарырға тырыштыҡ. Беҙҙе, илебеҙҙә йәшәүсе төрлө милләт халҡын, уртаҡ тарих берләштереүен күҙ уңында тотоп, был фильмды Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арнаныҡ. Сөнки ниндәй милләт булыуға ҡарамаҫтан һәр ҡайһыбыҙҙың яҡындары был һуғышта ҡатнашҡан. “Юл” тип аталған был ролик та уңышлы килеп сыҡты, ҡараған саҡта үҙебеҙҙең дә күҙгә йәштәр килде. Ул 1-се урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, аҙаҡ һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәндә, беҙҙең видеороликты ҡарағас, тамашасы аяғүрә баҫып тын ҡалып, һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙы хәтергә алды, хөрмәт белдерҙе.
Ләйсән Һөйөндөкованың командаһы ла бик көслө сығыш яһаны. Уларҙың эше 2-се һәм 3-сө урынға лайыҡ булды. Ғөмүмән, барлыҡ командалар тырышлығы менән 18 видеоролик әҙерләнгәйне, уларҙың бишеһенә призлы урындар бирелде. Беҙҙең командаларҙың эше юғары баһаланыуы, призлы урындарға өлгәшеүебеҙ, әлбиттә, күңелебеҙҙе үҫтерҙе.
- Әлеге көндә ниндәй маҡсаттар менән янаһың?
- Команда вәкилдәрен ундағы продюсер кинопроектта ҡатнашырға саҡырҙы. Был да ҡанатландырҙы. Үҙемде сценарий яҙыусы булараҡ та һынап ҡарағым килә. Бөгөнгө көндә бер кино сценарийын яҙыу менән мәшғүлмен. Уны продюсерға тәҡдим итеп ҡарау ниәтем бар. Күңелдә Мәскәүҙәге сара матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Унда саҡта үҙебеҙҙең милли кейемебеҙҙең бер өлөшө - селтәрҙәрҙә йөрөнөк. Килеп тотоп ҡарап, ҡыҙыҡһыныусылар күп булды. Алдынғы ҡарашлы, һәләтле йәштәр күп ҡатнашыуы ла һоҡландырҙы. Мәҙәниәт, спорт, телевидение һәм башҡа өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән билдәле кешеләр менән осраштыҡ. Улар үҙҙәренең нисек уңышҡа юл ярыуҙары тураһында һөйләне. Бының төп нигеҙе тырышлыҡҡа бәйле булыуын аңлаттылар.
Элек Мәскәү тураһында уйлағанда унда йәшәү, эшләү буй етмәҫлек хыял һымаҡ ине. Хәҙер илебеҙҙең баш ҡалаһын барып, күреп ҡайтҡас, был уйҙарым таралды. Халҡы ла асыҡ, ябай. Магазиндарҙа ла әллә ни айырма тойманым. Мәскәүҙә лә йәшәргә мөмкин, тип уйлап ҡуйҙым.
- Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Лилиә. Яңы ниәттәреңдең уңышлы булыуын теләйбеҙ.