Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2017, 02:00

Йыр-моң байрамы Ишембайҙа үтте

Ҡалабыҙ башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең “Көҙгө һулыш” асыҡ республика фестиваль-конкурсында ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.

Ҡалабыҙ башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең “Көҙгө һулыш” асыҡ республика фестиваль-конкурсында ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.


Унда Миәкә, Хәйбулла, Бөрйән, Туймазы, Мәсетле, Әбйәлил, Йылайыр, Белорет, Ейәнсура, Благовар, Көйөргәҙе, Асҡын, Балаҡатай, Ишембай райондарынан, Өфө, Дәүләкән, Салауат, Мәләүез, Октябрьский, Күмертау, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан коллективтар ҡатнашты.


Конкурс көндөң тәүге яртыһында башланып китте. Уны асыу тантанаһында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин ҡатнашты. Ул тәүге тапҡыр ойошторолған был конкурсҡа килеүселәрҙе тәбрикләп барыһына ла уңыштар теләне. Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков /был сараның көтөп алынған ваҡиға булыуын билдәләне, киләсәктә уны уҙғарыу матур йолаға әүерелеренә лә ышанысын белдерҙе.


Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығышын Башҡортостан Республикаһы дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Алһыу Хәсбиуллина рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы.


Был конкурс билдәле шәхестәр, музыка мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән башҡорт композиторҙары - СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев менән РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ла арналды. Шуға уларҙың әҫәрҙәре лә йыш яңғыраны.


Сараны йомғаҡлап, кисен Гала концерт үтте. Фестиваль-конкурста ҡатнашыусы барлыҡ коллективтарҙың дәррәү “Дан һиңә, Башҡортостан!” йыры менән асылып китте ул.


Жюри рәйесе Алһыу Хәсбиуллина конкурстың уңышлы килеп сығыуын, күп коллективтар үҙҙәренең юғары ижад кимәле менән һөйөндөрөүен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн кәңәштәрен, теләктәрен еткерҙе.


Көслө коллективтар байтаҡ булһа ла, улар араһында иң юғары баһаға – Гран-приға Маҡар мәктәбенең “Аҡ юл” уҡытыусылар коллективы хоры лайыҡ булды. Уның етәксеһе Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының Почетлы гражданины Мәрйәм Солтанова. Уға дипломды Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев тапшырҙы. Ул тәүге тапҡыр уҙғарылған байрамдың бик матур тәьҫораттар ҡалдырыуын әйтте һәм киләһе йылға тағы дәртләнеберәк әҙерләнергә һәм ҡатнашырға өндәне.


“Хор”ҙар номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат исемен Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайының халыҡ башҡорт хоры яуланы. “Вокал ансамблдәре” номинацияһында 1-се дәрәжәгә лайыҡ булыусылар - Хәйбулла районының “Сулпан” халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле һәм Ейәнсура районының “Үҫәргән егеттәре” халыҡ ир-егеттәр вокал ансамбле.


Ишембай районы һәм ҡалаһынан ҡатнашҡан башҡа коллективтарыбыҙ ҙа һынатманы. “Дуҫлыҡ” башҡорт вокал ансамбле 3-сө дәрәжә лауреат исемен яуланы, Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң башҡорт халыҡ хоры – 2-се, Ишембай мәҙәниәт һарайының “Йәншишмә” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар хоры 3-сө дәрәжә дипломант булды.


Төрлө төбәктән һәләтле башҡарыусыларҙы йыйған байрам бик йәнле үтте. Матур башланғыс киләсәктә лә һүнеп ҡалмаҫ. Уның мәртәбәһе тағы ла күтәрелер һәм ҡатнашыусылары ла арта барыр.



Фотола: Республика фестиваль-конкурсында Гран-приға Маҡар мәктәбенең “Аҡ юл” уҡытыусылар коллективы хоры лайыҡ булды.


Фото: автор.
Читайте нас: