Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Ноябрь 2017, 02:00

Күңел йылымды тамашасыларым менән бүлешәм

Республикабыҙҙың сәхнә йондоҙҙары Ишембайҙы урап үтмәй. 28 ноябрҙә йыр-моң һөйөүселәрҙе Гөлфиә ШӘҮӘЛИЕВА ла үҙенең ижадташ дуҫтары менән ҡыуандырасаҡ.

Республикабыҙҙың сәхнә йондоҙҙары Ишембайҙы урап үтмәй. 28 ноябрҙә йыр-моң һөйөүселәрҙе Гөлфиә ШӘҮӘЛИЕВА ла үҙенең ижадташ дуҫтары менән ҡыуандырасаҡ. Йырсының ижады һәм үҙе тураһында гәзит уҡыусыларға бер ни тиклем мәғлүмәт еткереү маҡсатынан уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


- Гөлфиә апай, Ишембайға тәүгә килеүегеҙ түгел. Беҙҙең яҡтар һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?


- Республика райондары һәм ҡалалары буйлап көҙгө концерттарыбыҙҙы Ишембайҙа тамамлайбыҙ. Һеҙҙең менән осрашыуыма шатмын. Районығыҙҙы һәм уның халҡын элекке журналист эшем буйынса ла яҡшы беләм. Башҡорт радиоһында редактор булғанда ауыл хужалығы эшмәкәрлеген йыш ҡына яҡтыртырға тура килде. Һеҙҙә эшсән халыҡ йәшәүен беләм, эшләй ҙә, ял да итә беләләр. Ишембай районының күп күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙа тороуы өсөн шатмын. Мин һеҙгә бүләк менән киләм – “Яндарымда һин булһаң” исемле яңы дискымды килтерәм.


- Сәхнәгә нисек килдегеҙ?


- Бәләкәйҙән сәхнәлә йырлай торғайным. Аҙаҡ тауышым өҫтөндә диктор, алып барыусы булараҡ эшләнем. 2011 йылда үҙемде яңы ролдә күрһәтергә йөрьәт иттем. “Йәшәйһеләр бар әле” йырын яҙғас, башҡарыусы табылманы. Әхирәтем, йырсы һәм композитор Зифа Нагаева “Үҙең йырла!” тип тәҡдим итте. Шулай эшләнем дә. Халыҡ бик ихлас ҡабул итте. Тиҙ генә клип төшөрҙөк, йыр популярлыҡ яуланы. Шунан бирле йырлайым. Интернетта йырымды тыңлағандарын күреп ҡыуанам, ҡайһы берҙәре 190 меңдән ашыу тыңланған. Быларҙан тыш замана йәштәренә ниндәй ҡурҡыныслыҡтар янауы тураһында лекциялар уҡыйым, ти тиһәң дә мин бит тәүге һөнәрем буйынса педагог.


- Һеҙҙең репертуарҙа автор һәм халыҡ йырҙары ла берҙәй урын алып тора.


- Эйе, бәлки, ул минең ауыл ҡыҙы булғанлығымдандыр. Мин бының менән ғорурланам. Шағир, яҙыусы, талантлы сәнғәт әһелдәре тап ауылдан сыҡҡан бит. Республикам менән ғорурланам. Сит илдә булғанда, беҙҙең яҡтарҙан да гүзәлерәк төбәк булыуы мөмкин түгел икәнлеген аңлайһың. Кешеләре лә ихлас, тәбиғәте лә матур, аш-һыуы ла тәмле.


- Буласаҡ концертығыҙ хаҡында бер-ике һүҙ әйтеп китһәгеҙ ине.


- Тамашала шулай уҡ БР-ҙың халыҡ артисткаһы Лилиә Фәтихова, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Ришат Ғәлиханов, популяр артист Илдар Вәлитов ҡатнаша. Тамашасылар рәхәтләнеп ял итһен һәм рухи аҙыҡ, илһам алып ҡайтһын өсөн башҡорт, татар телдәрендә йырҙар башҡарасаҡбыҙ. Ретро-йырҙарҙы бөтә зал менән йырлаясаҡбыҙ. Ҡайһы саҡ минең айына 18-19 концерт була, әммә үҙемде сикләйем, саҡырыуҙарҙы икенсе айҙарға ҡалдырам. Көн һайын концерт бирәм тигән артистарға ышанырға ярамай, ул саҡта тамашасыға бирергә теләгәнеңде тулыһынса еткереп булмай. Үҙемде йырсы-донор тип иҫәпләйем. Концерттарымдан һуң күптәрҙең аяҡ һыҙлауҙары баҫылып ҡала, тигәндәрен ишеткәнем бар. Йырлағанда үҙемдең күңел йылым менән бүлешәм.


- Биргән энергияғыҙҙы кире тергеҙеү серҙәре бармы?


- Көстө миңә тыуған тәбиғәтем бирә – Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылының болондары, урмандары, Дим йылғаһы һәм, әлбиттә, фитнес, бассейн, йога. Хуплау һәм аңлауҙы ғаиләмдә табам. Иптәшем Рим Миңнулла улы табип, Салауат һәм Азат исемле ике улыбыҙ бар. Ауылыбыҙҙа буш торған бинаны ауылдаштарыбыҙ менән ремонтлап алып мәсет астыҡ, унда Азат улым имам, Салауат улым – дәүләт хеҙмәткәре. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә йырларға ярата. Минең өсөн иң яҡшы дарыу - яҡындарым менән аралашыу, аңлаған һәм рәхмәтле тамашасыларым.


- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә илһам, яңы ижади асыштар һәм тамашасылар менән сағыу осрашыуҙар теләйбеҙ.



Читайте нас: