Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ноябрь 2017, 02:00

Моңдар ҡайтһын ауылға

Күптән түгел Уразбай ауылында йырсы Ирек Ноғомановтың концертында булып, рухи ял алып ҡайттым.

Күптән түгел Уразбай ауылында йырсы Ирек Ноғомановтың концертында булып, рухи ял алып ҡайттым.


Мәҙәниәт йортоноң тамаша залы яҡты, йылы. Сараға ауылдың йәштәре лә, ололары ла ваҡытынан алда уҡ килә башланы. Ирек Ноғоманов башҡорт халыҡ йырҙарын да, лирик йырҙар ҙа башҡарҙы. Йырсының һәр сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Бигерәк тә бынан биш-алты тиҫтә йылдар элек беҙ тыңлап үҫкән “Зөләйха” йыры күңелдәргә үтеп инде.


Саф тауышлы йырсы Зөлфиә Бирҙеғолованы Салауат ҡалаһында сәхнә һандуғасы тип йөрөтәләр. Уның башҡарыуындағы лирик йырҙар һәм “Таң атҡанда” тигән халыҡ йыры оло быуын вәкилдәрен үткәндәргә яҡынайтҡандай итте. Элек ауылдарҙа ағай-апайҙарыбыҙ киске уйындан һуң урамдарҙан баҫалҡы тауыш менән ошондай йырҙарҙы йырлап, бер-береһен оҙата торғайны. Өй эргәһенән үтеп киткәс уларҙың тауыштары тынһа ла, шул моң төнгө ауыл күгендә оҙаҡ ишетелгәндәй тойола торғайны һәм мин, ул саҡта йәш үҫмер, шул хистәргә сумып йоҡоға тала инем. Ул заман йәштәре колхоз-совхоздарҙа ҡул көсөн талап иткән эштәрҙә эшләп, ни тиклем арыһалар ҙа дәртләнеп ял да итеп өлгөргәндәр бит.


Ә бөгөнгө концертҡа күпләп килеүселәрҙең үҙҙәренә матур ял кисәһе булдырып, һуңынан да күңелле аралашып таралыуҙары тынған ауыл урамдарын йәмләндереп ебәрҙе.


Читайте нас: