Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2017, 02:00

Шиғриәткә ғашиҡтар

Күптән түгел Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда ойошторолған «Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ» шиғриәт бәйгеһе поэзия яратҡан олоһон да, кесеһен дә бер сәхнәгә йыйҙы.

Бер бәләкәй генә шиғырҙа ла тотош бер яҙмыш, тарих сағылырға мөмкин. Шиғри юлдар менән бик күп нәмәне аңлатып, еткереп була. Шулай ҙа шиғыр уҡыу бер, ә шағирҙың йәки яҙыусының әйтергә теләгәнен йөрәк аша үткәреп, һәр бер нескәлектәренә тиклем төшөнөп, тыңлаусыға еткереү - ул үҙе ҙур һәләт.


Күптән түгел Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда ойошторолған «Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ» шиғриәт бәйгеһе поэзия яратҡан олоһон да, кесеһен дә бер сәхнәгә йыйҙы. Конкурсты балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре башлап ебәрһә, башланғыс класс уҡыусылары ҡыйыу дауам итте. Шиғриәт кисәһендә М.Кәримдең,С. Юлаевтың, Р.Сафиндың, Ф. Туғыҙбаеваның шиғырҙары яңғыраны. Ихлас тамашаны концерт номерҙары ла йәмләне.


Ҡатнашыусыларға БР мәғариф алдынғыһы Фәниә Моратшина етәкселегендәге жюри баһалама бирҙе. Һөҙөмтәлә, иң кескәй ҡатнашыусыларҙан 5 йәшлек Раяна Сәғиҙуллина, башланғыс кластарҙан Индира Вәлиева һәм Динар Әбсәләмов 1-се урынға лайыҡ булды. Улар шиғырҙы оҫта һөйләп барыһын да таң ҡалдырҙы. Ә өлкәндәрҙән Үрге Әрмет башланғыс мәктәбе мөдире Флүзә Латиповаға етеүсе булманы. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт, ошондай байрамдарҙа ауылдаштарыбыҙ һәләттәрен күрһәтергә тартынмаһын.
Читайте нас: