Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2017, 02:00

Ҡурайсылар төбәге итеп таныттылар

Күмертау ҡалаһында үткән башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестиваленән яҡташтарыбыҙ бер түгел ике еңеү менән ҡайтты.

Күмертау ҡалаһында үткән башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестиваленән яҡташтарыбыҙ бер түгел ике еңеү менән ҡайтты.
Ҡурай, ҡумыҙ яһау оҫтаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зыя Хәлилов исемендәге башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестивале Күмертауҙа үтте. Гран-прины сығышы менән Этҡол ауылы егете, талантлы ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Илнур Хәйруллин яуланы. Күп йылдар районыбыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендә тырышҡан Кинйә Әхмәҙиев иһә конкурстың I дәрәжә лауреаты булды. Өс номинацияла уҙғарылған фестивалдә башҡорт халыҡ көйҙәрен, заманса эшкәртеүҙәге халыҡ көйҙәрен һәм классик әҫәр башҡарыу талап ителә. Ҡатнашыусыларҙы З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Венера Йылҡыбаева етәкселегендәге жюри баһалай.
Күгәрсен, Миәкә, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Стәрлебаш райондарынан, Мәләүез, Күмертау, Өфө, Баймаҡ, Сибай һәм Салауат ҡалаларынан 44 яңғыҙ башҡарыусы, шулай уҡ 12 ансамбль ҡатнашҡан сарала Ишембай ҡурай оҫталарының үҙҙәрен таныта алыуы ҙур ғорурлыҡ уята. Афарин, егеттәр!
Читайте нас: