Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ноябрь 2017, 02:00

Хор оҫталары йыйыла

Ишембай – ҙур сараға әҙерләнә.

Ишембай – ҙур сараға әҙерләнә. 24-25 ноябрҙә юрматы ерендә “Көҙгө һулыш” тип исемләнгән башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең республика фестиваль -конкурсы уҙғарыласаҡ.
Был сарала ҡатнашыу өсөн төрлө район һәм ҡалаларҙан заякалар ҡабул ителә башлаған. Әлегә Белорет, Миәкә, Әбйәлил, Мәсетле райондарынан, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларынан хор һәм вокал оҫталары ҡатнашырға теләк белдергән. Шулай уҡ ишембайҙар ҙа был фестиваль-конкурстан ситтә ҡалмаясаҡ. Унда Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайынан “Йәншишмә” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар хоры,Маҡарҙан уҡытыусылар хоры, Милли мәҙәниәттәр үҙәгенән “Дуҫлыҡ” башҡорт вокал ансамбле, Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йорто башҡорт халыҡ хоры, Ҡолғонанан “Һандуғас” халыҡ вокал ансамбле республика кимәлендә үҙҙәренең йырға оҫталығын һынаясаҡ.
Читайте нас: