Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан районыбыҙҙың өс ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорттары асылды.
ЯР-БИШҠАҘАҠ ауылы клубы капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Был эш «Берҙәм Рәсәй» партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса, шулай уҡ муниципаль район ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарылды. Клуб эсе яҡтырып, йәмләнеп киткән. Ингән урынынан башлап эске яҡ тулыһынса яңы төҫ алған. Сәхнә, түшәм, иҙәндәр яңынан эшләнгән.
Яр-бишҡаҙаҡтарҙы Халыҡтар берҙәмлеге көнө һәм клуб асылыу ваҡиғаһы менән ҡотларға муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин да килгәйне. Үҙенең сығышында ул “Реаль эштәр” проекты, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” һәм башҡа программалар сиктәрендә районда байтаҡ объекттар ремонтланыуын билдәләне. Ҡалала алып барылған “Ҡала мөхите” проектының да уңышлы эшләүен иғтибарға алды.
- Клуб бер ҡасан да буш тормаһын. Бында матур итеп эшләргә, халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы ял саралары ойошторорға булһын, - тигән теләктәрен дә белдерҙе район хакимиәте башлығы.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Әмир Сәфиуллин да төҙөкләүгә тиклем бинаның ниндәй хәлдә булыуын хәтергә төшөрөп, ремонттың көтөп алынған ваҡиға булыуын билдәләне, мәҙәни усаҡҡа халыҡ күпләп йөрөһөн, тигән теләктәрен юлланы.
Был төбәктә, йырға ла маһир, бейеүгә лә оҫталар күп. Клуб асылыуы, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан бик матур концерт та ойошторолғайны. Халыҡ яңыртылған клубта рәхәтләнеп күңел ялы ла алып ҡайтты.
ИҪӘКӘЙ ауылы халҡы ла уҙған йома шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – капиталь ремонттан һуң яңырып, яҡтырып киткән мәҙәниәт йорто асылды. Был ҙур эш нигеҙендә лә “Реаль эштәр” программаһы торҙо. Ауылды әллә ҡайҙан танытып, йәмләп торған мәҙәниәт усағы асылыуын иҫәкәйҙәр дәрт, өмөт менән көтөп алды. Кәртәләнеп, яңы күтәрмә, заманса тәҙрәләр менән ҡаршылаған бина эсе лә кәйефтәрҙе бермә-бер күтәрҙе. Иҙән, түбәһе, стеналары яңыртылған, сәхнә киңәйтелгән. Хәҙер эске биҙәлеше, күркәмлеге яғынан ҙур ауылдарҙыҡынан да ҡалышмаған мәҙәниәт йорто бар иҫәкәйҙәрҙең. Ошонда уҡ ыҡсым ғына китапхана урынлашҡан. Тантана ҡыуанысын ауылдаштар менән район етәкселеге лә уртаҡлашты. Хакимиәт башлығы Марат Ғайсин бөгөн ошондай шатлыҡлы ваҡиғаны райондың тағы бер нисә ауыл халҡы кисереүен әйтте. Халыҡ районда, ҡалала алып барылған эштәрҙе үҙе лә күрә, баһалай. Маҡар ауыл Советы биләмәһендә генә ошо осорҙа төрлө йүнәлештә байтаҡ эштәр башҡарылды: Иҫәкәйгә тиклем асфальт түшәү өсөн юл тигеҙләнде, Маҡарҙа мәҙәниәт йорто ҡыйығы капиталь ремонтланды, әле Йылға урамына һыу селтәрен үткәреү эштәре бара.
(Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 89-90-сы һанында (10.11.2017) уҡығыҙ)
Фото: Резеда ШӘНГӘРӘЕВА, Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА.