Ишембай ҡалаһының башҡорт китапханаһында 29-сы һанлы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн “Башҡортостан халҡының милли байлығы” тип аталған кисә уҙғарылды. Сараға шулай уҡ Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең “Дуҫлыҡ”, "Отрада”, “Таң”, “Шанчак” ансамбльдәре артистары ла саҡырылғайны.
Килгән ҡунаҡтар балаларға үҙҙәренең милли кейемдәренең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ҡайһы кейемде ҡасан кейергә, милли орнамент нимә аңлата, баш кейемдәренең төрҙәре буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәт балаларға уйын формаһында аңлатылды. Кескәйҙәр шулай уҡ рус, башҡорт, татар, сыуаш телдәрендә һаулыҡ һорашырға өйрәнде, милли йырҙар тыңланы.
Кисәнең балаларға оҡшауын - уларҙың янып торған күҙҙәренә ҡарап белеп була ине! Оло йәштәге апай-инәйҙәр, ағайҙар ошо кескәй тамашасыларға ысын сәхнәләге шикелле матур концерт күрһәтте.
Был матур кисәне ойоштороуға башҡорт китапханаһы етәксеһе Земфира Сабит ҡыҙы ҙур тырышлыҡ һалыуы күренеп торҙо. Әйткәндәй, бында ошондай фәһемле саралар йыш булып тора.
Килгән ҡунаҡтар ҙа, балалар ҙа кисәнән ҡәнәғәт ҡалып, ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты. Был байрам кескәйҙәрҙең күңелендә тыуған төйәгенә, унда йәшәгән
халыҡтарға, милли йолаларға ҡыҙыҡһыныу уятыр, тигән уйҙа ҡалам.