Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ноябрь 2017, 02:00

Дауа булһын йырҙарым

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эстрадаға ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫҡан йырсы Гөлназ Асаева төрлө йәштәгеләр араһында үҙ тамашасыһын табып өлгөрҙө.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эстрадаға ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫҡан йырсы Гөлназ Асаева төрлө йәштәгеләр араһында үҙ тамашасыһын табып өлгөрҙө.


Әсәһе менән бергә бәләкәй сағынан сәхнә йәме булған ҡыҙ әлеге көндә Өфө сәнғәт училищеһында белем алыу менән бер рәттән, шәхси карьераһына ла ваҡыт таба - республика һәм күрше өлкәләр халҡын яңы концерт программалары менән һөйөндөрөп тора. Ә 14 ноябрь кисен йәш йырсы ҡалабыҙ мәҙәниәт һарайында ишембайҙар менән бергә үткәрмәксе. Әйҙәгеҙ әле, ошо уңайҙан Гөлназға барыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһындырған бер-ике һорау юллайыҡ.


- Гөлназ, һине ысын мәғәнәһендә сәхнәлә үҫтең тиергә була.


- Эйе, үҙемде белгәндән бирле әсәйемдең моңланып башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыуын ишетә инем. Сәхнә зауҡым шул мәлдә үк һалынғандыр тим. Ә тәүге тапҡыр сәхнәгә 4 йәшемдә сыҡтым, әберкәле күлдәктәр кейеп төшкән фотолар әле ғаилә архивында һаҡлана. Шунан бирле сәхнән төшкән юҡ тиһәң дә була.


- Ниндәй уй-хыялдар менән янаһың?


- Быйыл яҙ үҙемдең икенсе концертым үтте. Пландар күп, әммә улар тураһында һөйләргә яратмайым. Сер итеп кенә әйтәм, киләһе сезонда мин бөтөнләй башҡа образда сығасаҡмын. Мине ғәҙәттә тамашасы оҙон күлдәктәрҙә күрә, лирик, халыҡ йырҙарын башҡарыуыма ғәҙәтләнгән. Үҙем өсөн аудиториямды үҫтерергә тигән маҡсат ҡуйҙым һәм ошо йүнәлештә ижадымды дауам итәсәкмен, репертуарымда йәштәр, үҫмерҙәр күңеленә лә яҡын булған йырҙар урын аласаҡ.


- Ишембай менән һине ниндәй кисерештәр бәйләй?


- Ишембай минең өсөн үҙенсәлекле ҡала. Тәүге шәхси гастролем былтыр һеҙҙең ҡалала ойошторолдо. Сәхнәгә сыҡҡас та тулҡынланыуҙарым һыпырып алғандай юҡ булды - Ишембай тамашасыһы мине үтә йылы ҡабул итте. Таҙа урамдар, йәшеллек, ихлас, ярҙамсыл кешеләр – был тәүҙә үк күҙгә салынған күренеш.


- Интернет беҙҙе артистар тормошо хаҡында мәғлүмәтле итеп тора. Ришат Төхвәтуллин менән һине кейәү-кәләш иткәйнеләр, хәҙер Радик Юлъяҡшин менән “осрашаһың”. Был хәбәрҙәргә нигеҙ бармы?


- Эйе, Ришат менән мине оҙайлы мөнәсәбәттәр бәйләй ине. Әммә ике ижад кешеһенә бергә булыу ҡатмарлы. Ә Радик менән беҙ яҡын дуҫтар. Тормош юлдашымдың сәхнә кешеһе булыуын теләмәҫ инем. Бигерәк хисле, ҡыҙыумын. Эргәмдә аҡылға таянып эш иткән, мөнәсәбәттәрҙе көйләй алған кешене күргем килә.


- Ун йылдан Гөлназ Асаева үҙен ниндәйерәк итеп күрә?


- Иң еңел һорау (көлә). Ун йылдан мин үҙемде 3 баланың бәхетле әсәһе, иренең эштән ҡайтыуына тәмле итеп ашарға бешереп көтөп торған һөйөклө ҡатын итеп күҙ алдына килтерәм. Шул уҡ ваҡытта йырҙы, сәнғәтте лә ситкә ҡуйып торорға риза түгелмен.


- Бер-бер артлы концерттар, уҡыу, әммә һин һәр ваҡыт сибәр, дәртлеһең, бының берәй сере бармы?


- Көндәрем бик тығыҙ, әүҙем үтә. Бындай тормош алып барыу өсөн көс, һаулыҡ кәрәк. Матурлыҡ рецебым ябай – йоҡо туйһын. Салондарға йөрөмәйем, өйҙә төрлө битлектәр эшләп торам. Видеояҙмалар буйынса фитнес та үҙ һөҙөмтәһен бирә.


- Һине яратып ҡабул иткән Ишембай тамашасаһына теләктәреңде лә ишеттерһәң.


- Яңы концерт программамда ижадыма битараф булмаған һәр кем күңеленә ятырлыҡ йырҙар табыр. Йыр-моң яратҡан халыҡ күңел байлығы, тормошҡа ҡарашы менән айырылып тора. Ишембайҙарға ошо матур сифатты һаҡлап ҡалыуҙарын теләйем!
Читайте нас: