Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Ноябрь 2017, 02:00

Тамашасыларҙы көтәбеҙ

Кинйәбулат ауылында эшләп килгән “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театры тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Уларҙың сәхнә оҫталығы хатта республика кимәлендә лә юғары баһаланған.

Кинйәбулат ауылында эшләп килгән “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театры тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Уларҙың сәхнә оҫталығы хатта республика кимәлендә лә юғары баһаланған.


Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан быйыл улар “Ҡыҙ урлау” спектаклен сәхнәләштерҙе. Киләһе йылда халыҡ исемен ҡабаттан раҫлау өсөн дә улар ошо спектаклде әҙерләй. Үҙҙәренең клубында ремонт барыу сәбәпле, тәүге тапҡыр спектаклде Көҙән тамашасыларына күрһәтәләр.


- Был ауылда беҙ беренсе тапҡыр сығыш яһамайбыҙ. Халыҡ белеп бөткән. Был юлы ла бик йылы ҡабул иттеләр. Әле яңыраҡ ҡына Ҡолғонаға ла барып ҡайттыҡ. Иҫ киткес матур клуб. Был ауылға тәүге тапҡыр барһаҡ та, тамашасылар беҙҙе яратты, баҫып алҡышланылар. Ҡайтырға сыҡҡанда оло инәйҙәр хатта автобусҡа тиклем оҙатып, рәхмәттәр әйтеп ҡалды. Халыҡтан йылы һүҙ ишетеү күңелдәрҙе ҡанатландырып ебәрә, - тип һөйләне коллективтың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөбәржәт Шаһиева.


Кинйәбулат артистарының “Ҡыҙ урлау” спектакле тиҙҙән Ҡала мәҙәниәт һарайында ла күрһәтеләсәк. 8 ноябрҙә киске сәғәт етелә улар тамашасыларҙы көтөп ҡала.


“Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театры һөнәри оҫталығын республика кимәлендәге ҙур конкурстарҙа ла раҫланы. Мәҫәлән, былтыр Кушнаренко районында халыҡ театрҙары араһында уҙғарылған “Театраль рампа” конкурсында гран-при яуланылар. Профессионаллек өсөн 1-се дәрәжә диплом менән дә бүләкләнделәр. Унда улар Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектаклен тәҡдим итте.


Тиҙҙән кинйәбулаттар йәнә бер конкурсҡа юлланасаҡ. 15-17 ноябрҙә Балтас районында халыҡ театрҙары араһында “Тамаша” республика фестивалендә лә “Ҡыҙ урлау” спектаклен ҡуясаҡтар. Кинйәбулат артистары был юлы ла һынатмаҫ.


“Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театры төрлө йәштәге, төрлө һөнәрҙәге сәхнә оҫталарын берләштерә. Мәҫәлән, «Ҡыҙ урлау»ҙа ҡатнашыусыларҙың йәше 18-ҙән 70 йәшкәсә.


- Коллективыма шул тиклем рәхмәтлемен. Араларында студенттар ҙа, эшләп йөрөүселәр ҙә, хаҡлы ялдағылар ҙа бар. Эштән ҡайтып репетицияға ашҡынып килеп етәләр. Сығыш яһар көндө тура килмәгән саҡта, сменаларын алмашып булһа ла спектакль ҡуялар. Халыҡҡа рухи байлыҡ таратып, тамашасылар алҡышлауынан үҙҙәренә лә дәрт, көс алалар, - ти Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы.


Бары тик сәхнәне, тамашасыларҙы үтә лә ныҡ
яратыуҙары менән улар шундай ҙур уңыштарға өлгәшә лә
инде.
Читайте нас: