Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Октябрь 2017, 02:00

Ғаилә көсө – берҙәмлектә

Ҡаланың Йәштәр һарайында “Йәш ғаилә” район-ҡала конкурсының финалы үтте. Иң уңған, һәләтле, берҙәм ғаилә исеменә Бойчуктар, Яҡуповтар, Евстифеевтар, Сөләймәновтар, Хафизовтар үҙ-ара көс һынашты.

Ҡаланың Йәштәр һарайында “Йәш ғаилә” район-ҡала конкурсының финалы үтте. Иң уңған, һәләтле, берҙәм ғаилә исеменә Бойчуктар, Яҡуповтар, Евстифеевтар, Сөләймәновтар, Хафизовтар үҙ-ара көс һынашты.


Унда ҡатнашыусы һәр ғаилә һоҡланғыс ине. Үҙ-ара мөнәсәбәттәге йылылыҡ, бер-береһенә ҡарата иғтибар – был сифаттар уларҙы биҙәмәй ҡалманы. Байрам фойела ойошторған күргәҙмә менән танышыуҙан башланды. Һәр ғаиләнең нимәгәлер оҫталығы бында уҡ күренде. Мәҫәлән, Эльвира менән Дамир Яҡуповтар күргәҙмәһенән Эльвираның ҡул эштәренә – бәйләү-сигеүгә, картиналар төшөрөүгә маһирлығын асыҡланыҡ. Дамир буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнергә ярата икән. Еңел атлетика, саңғыла уҙышыу, өҫтәл теннисын үҙ итә. Улдары Альберт әле алты ғына йәштә булһа ла грек-рим көрәше түңәрәгенә йөрөй, шашка оҫта уйнай, хатта муниципаль район кимәлендә тос ҡына уңыштарға өлгәшкән. Ике йәшлек ҡыҙҙары ла яҡындарынан үрнәк алып үҫә.


Башҡа ғаиләләргә ҡарап та уларҙың һәләттәре хаҡында әллә күпме һөйләргә мөмкин булыр ине.


Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, жюри рәйесе Гүзәл Шаһиева конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, сараның ғаилә мәртәбәһен күтәреүгә йүнәлтелеүен билдәләне, был юлы ла иң сағыу, иң һәләтле ғаиләнең еңеү яулауына ышанысын белдерҙе.


Сәхнәлә ғаиләләр араһында иғлан ителгән конкурс бер тында үткәндәй тойолдо. Тәүҙә ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы.


Ғаилә парҙарының танышыу тарихы, ғәҙәти көндәренең нисек уҙыуы, яратҡан шөғөлдәре – быларҙың барыһын да һәр кем үҙенсә сағылдырҙы. Мәҫәлән, Этҡол ауылынан Светлана менән Булат Хафизовтар танышыу ваҡиғаһын алдан әҙерләнгән видеояҙмала юмор аша бик ҡыҙыҡлы итеп күрһәтә белде, уны ҡарап тамашасылар ҙа рәхәтләнеп бер көлдө.


Икенсе турҙа балаларҙың йыр-бейеүгә маһирлығы сағылды. Ниндәй генә ғаиләне алһаң да йырға булһынмы, бейеүгәме йәки музыка ҡоралдарында уйнауғамы һәләтле балалар үҫеүе һоҡландырҙы. Сөләймәновтар ғаиләһенән кескәй Ринат шиғыр һөйләп күрһәтһә, апаһы Регина үҙе музыка ҡоралында уйнап, үҙе йырлап тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде. Евстифеевтар ғаиләһенән Кирилл менән Марина ла бәләкәс булыуҙарына ҡарамаҫтан, сәхнәлә үҙҙәрен ысын артистарса тотто.


Өсөнсө турҙа ғаиләләр аш-һыуға оҫталыҡтарын күрһәтте. Ғаиләләрендә ниндәй ризыҡ ашарға яратыуҙарын һөйләп кенә ҡалманылар, уны ниндәйҙер ваҡиғалар менән бәйләп ҡыҙыҡлы итеп еткерә белделәр.



(Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 87-се һанында (31.10.2017) уҡығыҙ)


Фото: автор.


Читайте нас: