Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Октябрь 2017, 02:00

Эх, ҡоймағы ла, ҡоймағы...

Маҡар ауыл мәҙәниәт йортонда ауылдың ҡатын ҡыҙҙар ойошмаһы һәм ағинәйҙәре ҡатнашлығында Ҡоймаҡ байрамы үтте.

Маҡар ауыл мәҙәниәт йортонда ауылдың ҡатын ҡыҙҙар ойошмаһы һәм ағинәйҙәре ҡатнашлығында Ҡоймаҡ байрамы үтте.
Сараға йыйылыусылар үҙҙәре менән төрлө рецепт буйынса ҡоймаҡ ҡойоп алып килде. Ниндәй генә төрө юҡ ине уларҙың - әсеһе лә, сөсөһө лә, күпереп бешкәне лә, семәрлеләре лә. Ағинәйҙәр тары, маный ярмаларынан, кукуруз ононан да ҡоймаҡтар бешергәйне. Ҡабаҡтан ғына ла ике төрлө әҙерләнгән ҡоймаҡ төрөн тәҡдим иттеләр. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, инәйҙәребеҙ ике командаға бүленеп, ҡоймаҡ ҡамыры әҙерләүҙә ярышты, уны ҡойоу серҙәрен өйрәтте, мәҡәлдәр әйтте. Ярыштар йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ауылыбыҙҙың абруйлы ағинәйе Мәрйәм Солтанова йырлағанда башҡалар ҙа дәррәү ҡушылды. Иң һуңынан күмәкләп сәй табынына йыйылдыҡ. Сараға килгән халыҡ ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты. Ошондай мәҙәни сараларҙы йышыраҡ ойоштороп, үҙебеҙ белгәндәрҙе балаларға ла өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуяйыҡ, тигән теләктәр ҙә булды.
Читайте нас: