Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Октябрь 2017, 02:00

Эпос батырҙары – Ишембайға бүләк

2020 йылда уҙғарыласаҡ алтынсы Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә ҡалабыҙҙа өс яңы арт-объект барлыҡҡа килде. Улар башҡорт халҡының тарихын, йолаларын символлаштыра.

2020 йылда уҙғарыласаҡ алтынсы Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә ҡалабыҙҙа өс яңы арт-объект барлыҡҡа килде.


Улар башҡорт халҡының тарихын, йолаларын символлаштыра. Проект авторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар Союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рафаэль Ҡадиров.


Ҡала мәҙәниәт йортона ҡаршы, Ленин проспекты аллеяһында урынлашҡан өс арт-объекттан торған ансамбль ҡала биҙәлешенә зауыҡлы төҫ бирә. Уларҙың һәр береһенең үҙенсәлекле исеме бар һәм барыһы ла башҡорт эпостары һәм легендалары буйынса булдырылған. Рафаэль Рәшит улының был проектты тормошҡа ашырыу буйынса идеяһын муниципаль район хакимиәте лә күтәреп ала һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул тормошҡа ашырыла. Ҡала көнөнә был фигуралар ишембайҙарға үҙенсәлекле бүләк булды.


Идеяны тормошҡа ашырыу автор етәкселегендә Дим Ғөбәйҙуллин, Илнур Ильясов һәм «Инман” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән башҡарылды.


- Фигуралар ҡалынлығы 10 мм булған табаҡлы ҡоростан киҫеп алынды. Аҙаҡ эш художество оҫтаханаһында дауам итте, - тип һөйләне Рафаэль Ҡадиров.


Аттар, ҡоштар һәм үҫемлектәр фигураларын оҫта ҡулланыу матур ансамбль барлыҡҡа килтерә. Фигураларҙы иң аҙаҡтан биҙәгәндә файҙаланылған полиуретан буяу бик яҡшы һаҡлау үҙенсәлегенә эйә. Шулай булғас, ямғыр һәм ҡар уларға ҡурҡыныс түгел. Ишембай районы карьерҙарында табылған, рәссамдар тарафынан һайлап алынған тәбиғи таштар ҙа арт-объекттарҙың үҙенсәлекле нигеҙен тәшкил итә.


Киләсәктә Ишембайҙа тағы ла шундай арт-объекттар булдырыу ниәтләнә. Улар ҙа, һис шикһеҙ, тормошобоҙға яңы биҙәк өҫтәр.


Фото: Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: