Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Октябрь 2017, 02:00

Беренсе урын да, икенсеһе лә беҙҙә!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған башҡорт халыҡ фольклор коллективтарының “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор байрамында яҡташтарыбыҙ бик матур сығыш яһаны.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған башҡорт халыҡ фольклор коллективтарының “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор байрамында яҡташтарыбыҙ бик матур сығыш яһаны. Ишәй ауыл мәҙәниәт йортоноң “Хазина” коллективы – беренсе, ҡала мәҙәниәт һарайының “Юрматы” коллективы икенсе урынға лайыҡ булды.


Конкурста “Хазина”лар “Урал батыр” эпосынан Йәншишмәне һүрәтләй. Программаның етәксеһе Гөлфиназ Әхмәтйәнова, бейеүҙәрҙе һалыусы Лена Сәфәрова, сценарийҙы төҙөүсе Сүриә Раҡаева һәм артистарҙың дөйөм тырышлығы менән еңеүгә өлгәшәләр. Иң йәш артистҡа - 8 йәш, иң өлкәненә 74 йәш була. “Республика кимәлендә беренсе урын алыуыбыҙға ауылыбыҙ, районыбыҙ өсөн һөйөндөк”, - ти ишәйҙәр.


“Юрматы”лар фольклор байрамында “Аҫалы балаҫ һайлау” йолаһын күрһәтә. Элек 12 йәштән ҡыҙҙарға һандыҡҡа бирнә йыя башлауҙары, улар араһында иң ҡиммәтлеһе аҫалы балаҫ булыуы тураһында тамашасыларға бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерелә. Бер аҙ онотола башлаған һандыҡ йыйыу йолаһы юғары баһа ала. “Республиканан көслө коллективтар күп булды. Икенсе урын алырбыҙ тип уйламағайныҡ. Беҙҙең өсөн был көтөлмәгән шатлыҡ булды”, - тине коллектив етәксеһе Зөлфиә Алламоратова.


Фото: Юрий Нестеренко.
Читайте нас: