Благовар районының Языкова ауылында, БР халыҡ артисы Рим Хәсәновтың тыуған ерендә, композитор йырҙарын башҡарыусылар араһында II Асыҡ фестиваль-конкурс үтте.
Шуныһы ҡыуаныслы, күптән түгел Ишембай мәҙәниәт һарайында вокал уҡытыусыһы булараҡ эш башлаған Рәфис Ишбаев конкурстың “Профессиональ башҡарыусылар” номинацияһында еңеү менән ҡайтты. Республика район-ҡалаларынан йыйылған 38 солист, 14 ансамбль сығышын Рим Хәсәнов үҙе тыңлай. Уның йырҙарын конкурсанттар башҡорт, татар, рус, немец һәм украин телдәрендә яңғырата.